

Республика сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары башланғысы менән 1914-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Ил сиге һаҡсылары - Советтар Союзы Геройҙарының тыуған яҡтарында Еңеү эстафетаһы» хәрби-илһөйәрлек акцияһы ойошторола.
16 апрелдә мәләүездәр ил сиге һаҡсылары геройҙары хөрмәтенә Еңеү эстафетаһын ҡабул итте.
Ҡаланың «Дан» мәҙәни-ял паркындағы «Мәңгелек ут» һәйкәле янында үткән тантаналы шарттарҙа стәрлетамаҡтар районыбыҙға эстафета символын тапшырҙы. Сарала 1919 йылдың 15 ноябрендә Воскресенский ауылында тыуған Советтар Союзы Геройы Александр Немчиновты хөрмәтләп иҫкә алды.
Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, кадеттар һәм башҡалар ҡатнашты.
Илһөйәрлек сараһы Воскресенский ауылында дауам итте. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһаны, яугирҙәр һәйкәленә сәскә һалды.
Автор фотолары.