Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
22 Апрель 2025, 05:48

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Имен-һау булайыҡ!

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар дауам итә. Күптән түгел Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында 7Б һәм 9В класы уҡыусылары “Һуғыш балалары”  ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Кәримова,  ойошма ағзалары  Миңниса Кәримова һәм Рита Ғиндуллина менән осрашты.

Ҡунаҡтар һуғыш йылдарындағы кисерештәре, хәтирәләре менән уртаҡлашты, ололар менән бер сафта фронтҡа ярҙам итеү өсөн бөтә көсөн һалып урман киҫкәне, һал ағыҙғаны, тимер юлы төҙөгәне, фермала һыйыр һауғандары тураһында бәйән итте.

Миңниса инәйгә һуғыш башланғанда 11 йәш була. Ошо осорҙан башлап ул тормоштоң бөтә әсе-сөсөһөн үҙ иңендә татый. Рита инәй һуғыш тамамланған йылда донъяға килә, яңыраҡ ул үҙенең һикһән йәшлек ғүмер байрамын билдәләне, атаһы Ленинград блокадаһын өҙөү операцияһында алышҡан. Ун йәштән фермала әсәһенә һыйыр һауыша, быҙау ҡараша.

Уҡыусылар  һуғыш осоро балаларына инәйҙәренә һорауҙарын бирҙе.

  • Һуғыш йылдары тураһында китапта уҡып, кинофильмдарҙа ғына күргән беҙҙең  быуын өсөн был, ысын мәғәнәһендә, онотолмаҫ сара булды,- ти балалар.

Алина ХӘЛИТОВА,  директорҙың тәрбиә буйынса советнигы.

Һүрәттә: “Һуғыш балалары” һәм бөгөнгө балалар. Улар араһында күпме айырма ята.

Алина ХӘЛИТОВА, директорҙың тәрбиә эше буйынса советнигы.

 

 

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас