Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
25 Апрель 2025, 11:55

Мәләүездә Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде

2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы старт алғайны.  Шул ваҡыттан алып республика ҡалаларында, район биләләмәләрендә яҙлы-көҙлө ағастар ултыртыу яҡшы традицияға әйләнде.

Мәләүездә Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килдеМәләүездә Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде
Мәләүездә Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде

Экология акцияһы уңайынан “Мәләүез минераль ашламалар” акционерҙар йәмғиәтенең 50 йыллыҡ юбилейына бәйле  ҡалала “Химиктар аллеяһы” булдырыу ҡаралды.

Спорт мәктәбе янында уҙған сарала ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, БР Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры урынбаҫары Рөстәм Байбурин, “Мәләүез минераль ашламалар” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Роман Дьяк, ҡала һәм район предприятие етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар, уларҙың яҡындары ҡатнашты. “Республикала акцияға беҙ беренселәрҙән булып сыҡтыҡ”, - тине Зәбир Таһирйән улы һәм  Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, “Мәләүез минераль ашламалар” акционерҙар йәмғиәтенең 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар иҫтәлегенә  шыршы һәм йүкә ағастары һатып алыуҙа ярҙам иткән спонсор булған “Мәләүез минераль ашламалар” акционерҙар йәмғиәте, “Йәшел хужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы етәкселегенә рәхмәтен белдерҙе һәм район хакимиәтенең Рәхмәт Хатын тапшырҙы. БР Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры урынбаҫары Рөстәм Байбурин Бөйөк Еңеүҙең 80,  райондың 95 йыллығы уңайынан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткәндәргә рәхмәтен еткерҙе.

Тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Мәләүездә Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде
Мәләүездә Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде
Мәләүездә Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде
Мәләүездә Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде
Мәләүездә Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде
Мәләүездә Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде
Мәләүездә Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас