Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
26 Апреля 2025, 02:35

Кәрәк...

Ҡыҙыҡлы, әммә кәрәкле кәңәштәр.

Кәрәк...Кәрәк...
Кәрәк...

-Аҡсағыҙҙы экономияларға теләһәгеҙ, ҡышҡы кейемде – йәйен, йәйҙекен ҡыш алығыҙ.

-Кәйефегеҙ булмаһа, бер минут йылмайығыҙ. Был ысул бәхет гормоны барлыҡҡа килеү процесын тиҙләтә. Яратҡан музыка тыңлау ҙа кәйефте күтәрә.

-Иртән уянғанда нисек ятыуығыҙҙы иҫтә ҡалдырығыҙ. Иң уңайлы позаны белһәгеҙ, кисен тиҙерәк йоҡларға ярҙам итер.

-Кеше алдында иларға теләмәһәгеҙ, телегеҙҙе аңҡауға терәгеҙ.

-Яратҡанығыҙ физик ауыртыуҙы, стресты еңелерәк үткәреүен теләһәгеҙ, уның янында булығыҙ, ҡулын тотоғоҙ.

-Сәй йәки кофе тәмлерәк булһын тиһәгеҙ, бокалға һыуҙы өҫтәнерәк ҡойоғоҙ – эсемлектә кислород күбәйер.

-Яңы аяҡ кейеме ҡыҫһа, одеколонлы мамыҡ менән аяҡ кейеменең эсен һөртөгөҙ һәм өйҙә кейеп йөрөгөҙ, күн йомшарып китер.

-Һәм һуңғыһы- ғүмер бер генә, шуға күрә һеҙҙе нимә бәхетле итә – шуны эшләгеҙ, кемде күрһәгеҙ йылмаяһығыҙ – йышыраҡ уның янында булығыҙ!

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас