Иван Игнатьевич Мәләүез районының Надеждино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә 7 класс тамамлағас, токарь, һуңғараҡ совхозда төрлө эштәр башҡара. Армияға саҡырылғанға тиклем кооператив техникумын тамамлай.
Ҡыҙыл Армияға 1943 йылдың февралендә саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Беренсе Украина фронтында пулеметчик, һуңғараҡ взвод командиры була. 69-сы механизацияланған бригаданың уҡсылар батальоны пулеметсыһы рядовой Рыбалко 1943 йылдың 21 сентябренән 22 сентябренә ҡараған төндә беренселәрҙән булып Днепр йылғаһын аша сыға. Украинаның Черкасск өлкәһе Зарубинцы ауылы өсөн алышта пулемет уты менән дошмандың 20-гә яҡын һалдатын юҡ итә. Һөҙөмтәлә, рота аҙ юғалтыуҙар менән ауылдың көнсығыш ситен яулауға ирешә. СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы өсөн Рядовой Иван Рыбалкоға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Шулай уҡ һалдат Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ»миҙалы кавалеры. Был уға Луковцы һәм Григоровка ауылдарын алғанда 50-гә яҡын немец һалдатын һәм офицерын юҡ иткәне, уңышлы һөжүм тактикаһы өсөн тапшырыла. 214,9 бейеклек өсөн алышта Иван Игнатьевич пулемет уты менән тиҫтәләгән дошманды юҡ итә. 1944 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлай.
Иван Рыбалко тыныс тормошта үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә күп көс һала. Ул тыуған ауылы Надеждинола беренсе Советтар Союзы Геройы, был ауыл күптән юҡ инде.
1973 йылда полковник дәрәжәһендә Өфө берләшкән район хәрби комиссариатының дүртенсе бүлексәһе начальнигы вазифаһынан запасҡа китә. 2000 йылдың 26 апрелендә вафат була. Өфөлә 13-сө мәктәп бинаһында 2008 йылдың февралендә Иван Рыбалко иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында мемориаль таҡтаташ асыла. 2008 йылдың октябрендә Өфөнөң Дим районында, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверында скульптор Хәлит Ғәлиуллин эшләгән Советтар Союзы Геройы Иван Рыбалкоға бюст ҡуйыла.
Ошондай уҡ бюст Дан паркында ла асылды. Йыл да, тантаналы сара, Еңеү көнө айҡанлы унда ҡунаҡтар һәм рәсми делегация сәскә һала, Геройҙар Аллеяһында уларҙы бер минут тынлыҡта иҫкә ала. #Победа 80