Дәүләтҡол ауылы халҡы ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейы алдынан йылдағыса ҡаһарман яҡташтар иҫтәлеген мәңгеләштергән һәйкәлде, уның биләмәһен йыйыштырҙы.
Көҙҙән тупланған сүп-сарҙы түгеп, сәскә түтәлдәрен тәртипкә килтерҙек. Был изге эштә ололар ғына түгел, үҫеп килгән быуындың да ҡатнашыуы икеләтә ҡыуаныс. Тимәк, балалар олатайҙарының батырлығына тоғролоҡ һаҡлай.
Хәҙисә НИЗАМОВА.
#ДеньПобеды80
#Связьпоколений