Райондың һәр ауылында Бөйөк байрам - Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршы алыу сараларына әҙерлек дауам итә. Яҡташтар ҡаһармандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе ремонтлай, тәртипкә килтерә, сөнки төп тантана тап улар янында үтә.
Бөгөн Аптраҡ ауылындағы скверҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында митинг үтте. Унда ауыл хакиммиәте башлығы Фидан Юлтимеров, “Водоканал” йәмғиәте генераль директоры Сергей Скорняков, район хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Рөстәм Хәмитов, ауыл халҡы, ҡунаҡтар ҡатнашты.
1965 йылдың 7 ноябрендә асылған һәйкәлде халыҡ күҙ ҡараһылай һаҡлап, тәрбиәләп тора. Сөнки бында ил азатлығы өсөн яуға күтәрелгән яҡташтар исеме уйып яҙылған. Сығыштарҙан һуң Ғәйнулла хәҙрәт Тыуған иле азатлығы өсөн башын һалған, ауыр заманда хужалыҡты баҫтырыуға көс түккәндәрҙең рухына бағышлап доға уҡыны, бер минут тынлыҡта иҫкә алды.
Ауыл мәҙәниәт йорто үҙешмәкәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары байрамға сағыу төҫ өҫтәне.