

Редакцияла эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең барыһының да олатай-өләсәйҙәре - Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән кешеләр. Беҙ уларҙы беләбеҙ, хәтерләйбеҙ, улар менән ғорурланабыҙ!
9 Май – барыбыҙ өсөн дә изге көн, илебеҙҙе һәм донъяны фашизмдан һаҡлаған совет халҡының ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ байрамы. Беҙ Тыуған ил хаҡына ғүмерен биргән туғандарыбыҙ һәм барлыҡ яугирҙар алдында баш эйәбеҙ.
Ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш осоро балаларына ҡаҡшамаҫ рух көсө, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
#ОкнаПобеды
#Мелеузовскийрайон
#ЗащитникиОтечества
#СвоихНеБросаем
#БессмертныйПолк2024