Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
10 Май 2025, 16:05

"...ниҙәр генә күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы..."

Беҙ һалдаттың яуҙағы йәшәйеш-көнкүреше хаҡында аҙмы-күпме хәбәрҙарбыҙ.

"...ниҙәр генә күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы...""...ниҙәр генә күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы..."
"...ниҙәр генә күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы..."

Беҙ һалдаттың яуҙағы йәшәйеш-көнкүреше хаҡында аҙмы-күпме хәбәрҙарбыҙ. Ул махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн маршал Георгий Жуков, Миңлеғәли Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. «Ир кеше ғүмере буйы үҙ илен һаҡлаған, уның халҡын дошмандан яҡлаған» тип торған был егет ҡурҡыу белмәҫ ҡаһармандар затынан.

- Минең олатайым да һуғыш ветераны була. 1944 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, тыуған яғына 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайтҡан яугир Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан, һуңынан Кореяла хеҙмәт иткән. Бер нисә йыл Пхеньян ҡалаһы гарнизонында булған, - ти ул.

Беҙҙең таңдарыбыҙ тыныс атһын, тормошобоҙ имен булһын өсөн үҙен хәүеф аҫтына ҡуйып дошман менән көрәшкән яугиргә ниндәйерәк һорау бирергә белмәй торғанда, һөйләшеүҙе ул үҙе ялғап китә:

- Һеҙ ҡурҡмағыҙ, апай, беҙҙең егеттәр хәтәр шәп бит ул! Урыҫса әйткәндә, «безбашенный»ҙар. Ҡыйыуҙар, тәүәккәлдәр. Башҡорто, татары, урыҫы - бөтәһе лә шундай. Көсөргәнешле мәлдәрҙә бер күс булып тупланып, дошманға һөжүм итәбеҙ. «Теге»ләр беҙҙең берҙәм икәнде яҡшы белә. Төрлө милләттәнбеҙ, әммә бер-беребеҙ өсөн «брат»тарбыҙ...

Яҡташым менән байтаҡ оҙаҡҡа һуҙылған һөйләшеү барышында күберәк Ил-әсә, Ватанға тоғролоҡ, көслө зат бурысы, һөйөү кеүек юғары төшөнсәләргә туҡталдыҡ. Йылы әңгәмәбеҙ һәр кемебеҙ өсөн мөһим булған теләктә тамамланды: «Илебеҙгә яҡын арала тыныслыҡ әйләнеп ҡайтһын»...

Мәҡәләне гәзиттең 19-сы һанында уҡығыҙ.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас