

Бөгөн ҡаланың спорт һарайында сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгәндәр ҡатнашлығында спорт фестивале үтте. Унда махсус хәрби операция яугирҙәре лә саҡырылғайны. Сараға йыйылғандар йөҙөү, еңел атлетика, дартс, өҫтәл теннисы, шашка, урыҫ жимы буйынса ярыштарҙа ҡатнашты.
Спортсыларҙың барыһы үҙ көсөн, оҫталығын һәм һәләтен күрһәтте. Киләсәктә лә юғары һөҙөмтәләр, уңышлы сығыштар көтәбеҙ. Был фестивалдән алған тәьҫораттар һәм спорт көрәше рухы уларҙың хәтирәләрендә оҙаҡ һаҡланыр.
Автор фотолары.