Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
20 Май 2025, 11:25

Девизы - кешеләр өсөн эшләү

Мәләүез районы халҡы һәм ошонда тыуып, ситтә йәшәгәндәр «Атайсал» проектының иң әүҙем ҡатнашыусылары иҫәбендә.

Девизы - кешеләр өсөн эшләүДевизы - кешеләр өсөн эшләү
Девизы - кешеләр өсөн эшләү

 Программа 2021 йылдың мартында башланғандан алып, муниципалитетта 1491 проект тормошҡа ашырылған, шул иҫәптән 2024 йылда дөйөм 22,5 миллион һумлыҡ 164 проект, 2025 йылдың тәүге кварталында 27 миллион һумдан ашыу – 396 проект.

– Хәрби операция дауам итә, шуға күрә проекттарҙың күбеһе гуманитар ярҙам күрһәтеүгә һәм беҙҙең һалдаттарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, – ти Мәләүез районы муниципаль советы секретары Татьяна Булашова. – Мәҫәлән, район советы депутаты Геннадий Ярославцев дөйөм 678 мең һумға ете проект тормошҡа ашырҙы. Уларҙың иң ҙуры: МХО зонаһына ике «УАЗ-2206» автомобилен әҙерләү һәм ебәреү, Ужа ауылында зыярат ҡоймаһын ремонтлау.

Геннадий Иванович Ярославцев – районы өсөн йән атып эшләгән етәкселәрҙең береһе. Уның бөтә хеҙмәт юлы район һәм ҡала йылылыҡ системаһына бағышланған. Тәжрибәһе, белеме һәм һиҙгерлеге менән етәкләгән коллективы менән районда йәшәү шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләрен уңышлы хәл итә. Депутат булараҡ, ул һайлаусыларҙың һорауҙарына һәр ваҡыт тиҙ яуап бирә. Мәләүез ҡалаһы һәм районы ветерандар советының үтенесен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы, «Мәләүез йылылыҡ селтәрҙәре» йәмғиәте директорҙар советы ҡарары менән МХО-ла ҡатнашҡан мобилизацияланған мәләүездәргә хәйриә ярҙамы күрһәтте. 2023 йылдың апрелендә һалдаттарҙың теләктәрен иҫәпкә алып, юғары үтеү һәләтле «УАЗ-2206» автомобиле әҙерләнгән, ярҙам күләме 200 мең һум тәшкил иткән. Шул уҡ йылда СВО ҡатнашыусылары һорауы буйынса «ЗУБР» бензопилаһы һатып алынған. 2024 йылдың авгусында ла МХО-ла ҡатнашыусыларға шундай уҡ ярҙам күрһәтелгән – был юлы «УАЗ-390995» автомобиле әҙерләнгән.

Депутат ветерандар ойошмаларының, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының һорауҙарын да иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Мәләүез ҡалаһы һәм районы ветерандар советына Еңеү байрамын үткәреүгә әҙерлек өсөн финанс ярҙамы күрһәткән, Афғанстанда хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған интернационалист-яугирҙарға арналған стеланы реконструкциялауға аҡса бүлгән. Геннадий Ярославцев гәзит-журналдар эшмәкәрлеген дә иғтибарҙа тота, шәхси аҡсаһына баҫмаларға яҙылырға тырыша.

Девизы - кешеләр өсөн эшләү
Девизы - кешеләр өсөн эшләү
Девизы - кешеләр өсөн эшләү
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас