

Ҡаланың "Дан" мәҙәни-ял паркында "Үҙең яһа!" тип исемләнгән сара үтте. Кулибиндарҙың идеяларына иғтибар йүнәлтеү, фәнни-техник фекерләүҙе һәм ижади эшмәкәрлекте үҫтереү нигеҙҙәрен булдырыу маҡсатында ойошторолған сарала эҙләнеүсән, ижади ҡарашлы үҫмерҙәрҙең проекттары менән танышыу мөмкинлеге булды. Иң үҙенсәлекле тип танылған эштәр жюри ағзалары тарафынан юғары баһа алды.
Автор фотолары.