Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
21 Май 2025, 06:00

Мәләүез уҡыусылары һәләтле!

19 майҙа ҡаланың «Дан» мәҙәни-ял паркында «Уңышҡа баҫҡыс» ғилми-ғәмәли конференцияһы, шулай уҡ «Үҙең яһа!» тип исемләнгән фәнни-техник һәм ижад конкурсы үтте.

Мәләүез уҡыусылары һәләтле!Мәләүез уҡыусылары һәләтле!
Мәләүез уҡыусылары һәләтле!

19 майҙа ҡаланың «Дан» мәҙәни-ял паркында «Уңышҡа баҫҡыс» ғилми-ғәмәли конференцияһы, шулай уҡ «Үҙең яһа!» тип исемләнгән фәнни-техник һәм ижад конкурсы үтте.

Кулибиндарҙың идеяларына иғтибар йүнәлтеү, фәнни-техник фекерләүҙе һәм ижади эшмәкәрлекте үҫтереү нигеҙҙәрен булдырыу маҡсатында ойошторолған сарала эҙләнеүсән, ижади ҡарашлы үҫмерҙәрҙең проекттары менән танышыу мөмкинлеге булды.

Сарала район хакимиәтенең йәштәр эштәре бүлеге мөдире Никита Субботин, мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе Жанна Ғәйетҡолова,  йәш техниктар станцияһы директоры Вәсил Исмәғилев,  фермер хужалығы башлығы урынбаҫары Осман Османов ҡатнашты.

Бөтә Рәсәй һәм төбәк конкурстары еңеүселәренә, призерҙарына һәм уларҙың остаздарына спонсорҙар Маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Сараның икенсе өлөшөндә «Үҙең яһа!» тип исемләнгән инженер проекттары конкурсы үтте. Унда ҡатнашыусылар үҙ эштәрен тәҡдим итеп, ҡоролманың тәғәйенләнеше, башҡарыу техникаһы һәм ҡулланылған материалдар менән таныштырҙы. Тәҡдим ителгән 15 проекттың һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле ине. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Боҙбармаҡтарҙы бәреп төшөрөүсе дрон» (Анастасия Молчанова һәм Әҙилә Байгилдина), «Киләсәктәге ҡала макеты» (Эвелина Вәлиева һәм Дарья Савина) проекттары 1-се урын яуланы.

«Үҙең яһа!» инженер проекттары конкурсы еңеүселәрен, призерҙары Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.

Конкурсты ойоштороусылар спонсор ярҙамы күрһәткән фермер хужалығы башлығы урынбаҫары Осман Османовҡа, «Электроника» магазинына (Өфө ҡалаһы), «Ижад» инновацион йәштәр ижади үҙәгенә рәхмәт белдерә.

Автор фотолары. 

Мәләүез уҡыусылары һәләтле!
Мәләүез уҡыусылары һәләтле!
Мәләүез уҡыусылары һәләтле!
Мәләүез уҡыусылары һәләтле!
Мәләүез уҡыусылары һәләтле!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас