Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
21 Май 2025, 05:35

Ҡотоштар ҙа еңеүгә үҙ өлөшөн индерә

Ҡотошта Халыҡ-ара Ғаилә көнө, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йылы сиктәрендә, ауыл биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәктәп һәм  «Миләшкәй» балалар  баҡсаһы менән берлектә ойошторолған илһөйәрлек сараһы үтте.

Ҡотоштар ҙа еңеүгә үҙ өлөшөн индерәҠотоштар ҙа еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Ҡотоштар ҙа еңеүгә үҙ өлөшөн индерә

Халыҡ-ара Ғаилә көнө, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йылы сиктәрендә, ауыл биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәктәп һәм  «Миләшкәй» балалар  баҡсаһы менән берлектә ойошторолған илһөйәрлек сараһы үтте.

Осрашыуға яугир Артур Баянов, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдатарҙың ғаилә ағзалары саҡырылды.

Бөгөн Ҡотош, Бәләкәй Моҡас, Айтуған һәм Сарлаҡ ауылдарынан бөтәһе 22 яугир ил именлеген һаҡлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс яҡташыбыҙ яуҙа һәләк булды. Улар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.

Ауыл биләмәһе башлығы Илмир Уразинбәтов үҙ сығышында изге теләктәрен еткерҙе, яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе.

Сарала балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары башҡарыуында илһөйәрлек рухындағы байтаҡ йыр һәм шиғыр яңғыраны. Анна Нәзирова, Мөкәрәмә Ғәләмова, Лилиә Зәйнәғәбдинова, Лилиә Баҡыева һәм «Әхирәттәр» фольклор ансамбле сығыштары ла тамашасы күңеленә үтеп инде.

Тамашасы Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» шиғырын уҡыған Вәкил Мөрсәлимовты көслө алҡыштарға күмде. Шулай уҡ «Фронттан хат» һәм «Хәрби комиссариат» тип исемләнгән тамашалар ҙа бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Бай йөкмәткеле сара китапханала күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды. Унда килгән һәр кем тиҙ арала илдә тыныслыҡ урынлашып, һалдаттарҙың үҙ ғаиләләренә имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.   

Осрашыуҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәргә, Мәләүез ауыл биләмәһе башлығы Илмир Уразинбәтовҡа, шулай уҡ барлыҡ ҡатнашыусыларға  рәхмәт белдерәбеҙ.

Лена ФАЗЛӘХМӘТОВА.

Ҡотоштар ҙа еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Ҡотоштар ҙа еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Ҡотоштар ҙа еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас