Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
21 Май 2025, 13:10

Әсәйҙең доғаһы, атайҙың кәңәше - минең менән

“Нур” ҡушаматлы  йәш офицер беренсе тапҡыр Чечняла хеҙмәт иткәндә, ни бары  20  йәш була. Ата-әсәһе улдарын Тоцк ҡалаһына оҙатырға килә, әсәһе йорттан йыраҡта булғанда һаҡлаһын өсөн үҙ ҡулы менән яҙылған доға бирә. Яҡташыбыҙҙың атаһы водитель, әсәһе уҡытыусыһы. Ғаиләлә бөтә ир-егеттәр ҙә армияла хеҙмәт иткән, әммә хәрбиҙәр булмаған.

Әсәйҙең доғаһы, атайҙың кәңәше - минең менәнӘсәйҙең доғаһы, атайҙың кәңәше - минең менән
Әсәйҙең доғаһы, атайҙың кәңәше - минең менән

Буласаҡ яугир ауыр 90-сы йылдарҙа спорт менән  шөғөлләнә башлай, һуңғараҡ төрлө кимәлдәге ярышта ҡатнаша. Ҡаҙан юғары хәрби команда-инженер училищеһына уҡырға инә.

Курсант  бында  ныҡлы физик әҙерлеген күрһәтә.  Уҡыуҙар уңышлы дауам итә һәм тиҙләтелгән курстарға күсеп,  «кесе лейтенант» званиеһында,  беренсе хеҙмәт урыны – Тоцк ҡасабаһындағы хәрби часҡа юллана. Ике меңенсе йылдар  башында уны артиллерия разведкаһы взводы командиры итеп Ханкала ҡалаһына  ебәрәләр. Был ваҡытта егет Чечня ерендә уны нимә көткәнен күҙ алдына ла килтермәй, әммә яугирлек бурысына тоғро ҡаласағын аңлай... Яҙмыш мәрхәмәтлек күрһәтәме, әллә  әсәһе яҙып биргән доға ярҙам итәме, ул иҫән ҡайта. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн лейтенант шул йылдарҙа батареяның өлкән офицеры вазифаһына тәғәйенләнә. 20 йәшлек командир ҡарамағында  60 хәрби хеҙмәткәр була. Үҙе лә бер нисә тапҡыр ҡаты яралана.  Ауылда йәрәшелгән йәре булыуы, уны түҙемһеҙләнеп көтөүе лә йәшәргә, тере ҡалырға  көс биргәндер  уға. Киләсәк тормошоноң мотлаҡ хәрби хеҙмәт менән бәйле буласағын шунда тағы бер тапҡыр аңлай егет. Үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан, бик күп яугирҙәрҙе  юғалтҡан  ҡаһарман ныҡлы ҡарарға килеп,  запасҡа китә. Өфөлә юғары уҡыу йортон  уңышлы тамамлай.

Чечнялағы ҡанлы һуғышты оноторға тырышһа ла, уныһы   әленән-әле төшөнә инеп йонсота.  Махсус хәрби операция башланғас, беренселәрҙән булып үҙ теләге менән хәрби комиссариатҡа бара, был хаҡта ҡатынына, балаларына ла алдан әйтмәй.  Уны был аҙымға  ир-егеткә хас күңел төбөндәге тыуған илеңде, кесе Ватаныңды һаҡлау тойғоһо әйҙәй. Бөгөн “Нур” дүртенсе йыл инде контракт буйынса килгән егеттәр менән эшләй. Уларҙы  тактик алым, ҡорал менән эш итеү алымдарына өйрәтә. Үҙе лә юғары хәүефкә бәйле хәрби операцияла ҡатнаша,  бында Чечняла  алған тәжрибәһе ярҙам итә. Өйләнгән, ике балаһы бар. “Нур” бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып киткән. Шуныһын да әйтеп китеү кәрәк: әсәһе 90-сы йылдар башында яҙып биргән бетеүҙе яугирҙең әлегә тиклем бер ҡасан да сискәне юҡ.

Беҙ “Нур” ҡушаматлы  ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың еңеү яулап, тиҙерәк ҡайтыуын көтөп ҡалабыҙ!  (Яугирҙең үтенесе буйынса исем-шәрифен  һәм фотоһүрәтен ҡуймайбыҙ).

Рәфилә БИКЙӘНОВА.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас