

Был сағыу илһөйәрлек сараһы, ысын мәғәнәһендә, матур йолаға әйләнде: һәр ауылда Еңеү йырҙары яңғыраны, шиғырҙар уҡылды, спектаклдәр ҡуйылды — былар барыһы ла берҙәмлек һәм патриотизм рухы тыуҙырҙы.
Гала-концертта ошо һоҡланғыс ижади номерҙарҙың бәләкәй генә өлөшө тупланды һәм берләштерелде. Программа төрлө жанрҙы үҙ эсенә алды, улар һуғыш һәм Еңеү менән бәйле тойғоларҙы һәм шулай уҡ бөгөнгө заман рухын сағылдырҙы.
Концертты Васильевка ауылының «Миләшкәй» вокаль коллективы «Ватан геройҙарына» композицияһы менән асты — уларҙың сығышы атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығын иҫкә төшөрөп, йөрәктәргә үтеп инде.
Нөгөш ауылының «Ҡояшҡай» фольклор ансамбле «Валенки» йырын башҡарҙы, уларҙан һуң төрлө ауыл мәҙәниәт йорттары вәкилдәре үҙҙәренең йыр, бейеү, театр оҫталығын күрһәтте. Мәҙәни-ял үҙәгенең йыйылма хоры, Юлдаш ауылының «Хазина», Нордовканан «Селяночка», Ергәндән «Ынйы» ансамблдәре, Арыҫлан ауылынан Владислав Йәнбирҙин, Воскресенскийҙан Ангелина Назарғолова сығыштары айырыуса йылы ҡабул ителде.
Һәр сығышта илһөйәрлек һәм тарихҡа оло хөрмәт тойолдо, залды тетрәндерҙе, берҙәмлек хисе тыуҙырҙы. Тамашасы ҡыйыу яугирҙәр, Тыуған илгә һөйөү, данлы үткәндәргә ихтирам тойғоһо тураһында йырҙар тыңланы. Бөйөк Еңеү хәтере йөрәктәрҙә йәшәй, быуындан-быуынға күсә һәм яҡшылыҡҡа, ижадҡа, Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһам бирә, тип иҫкәртте.
Байрам дипломдар һәм бүләктәр тапшырыу менән тамамланды.
Шулай итеп, фестивалдең төп призы – Гран-приҙы Нөгөш ауыл биләмәһе яуланы. Первомайҙар беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе урынды - Нордовка һәм Ергән, өсөнсөнө Аптраҡ һәм Денис ауыл биләмәләре үҙешмәкәрҙәре алды. Ә башҡалар төрлө номинацияла дипломдар билдәләнде.
«Бөйөк Еңеү ауазы» фестивале район өсөн мөһим ваҡиға булды, ул бөтәһенә лә Бөйөк Ватан һуғышын һәм илебеҙҙең азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо өсөн ғүмерен биргәндәрҙе иҫтә тотоуҙың әһәмиәтен иҫкә төшөрҙө. Һәр ҡатнашыусы һәм һәр сығыш Еңеү хәтере йөрәктәрҙә йәшәен һәм быуындан-быуынға тапшырылыуын асыҡ күрһәтте.
Гөлгөнә САҠАЕВА, мәҙәни-ял үҙәге методисы.