Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
26 Май 2025, 02:00

Йөрәктән сыҡҡан моң – быуаттар аша

24 майҙа балалар сәнғәт мәктәбендә VI асыҡ район ҡурайсылар конкурсы үтте.

Йөрәктән сыҡҡан моң – быуаттар ашаЙөрәктән сыҡҡан моң – быуаттар аша
Йөрәктән сыҡҡан моң – быуаттар аша

Был конкурс — башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы булған ҡурайҙы һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә торған ҙур мәҙәни сараларҙың береһе. Йыл һайын унда яҡын-тирә райондарҙан һәм ҡалаларҙан ҡырҡтан ашыу ҡурайсы ҡатнаша. Быйыл Күгәрсен, Федоровка, Ишембай, Күмертау, Салауат, Өфө һәм Мәләүездән  30 конкурсант һынау тотто. Улар үҙҙәре теләгән өс, атап әйткәндә, оҙон көй, марш һәм бейеү көйҙәрен уйнаны. Конкурс Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналғас, композицияларҙың береһе хәрби темаға арналырға тейеш ине.

Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ләйсән Йәмилева башҡорт халҡының милли ҡомартҡыһын һаҡлау, үҫтереү, йәш быуынға тапшырыу маҡсатында ойошторолған конкурстың әһәмиәтен билдәләп үтте. Был сара Мәләүездә йыл һайын үткәрелә һәм яңынан-яңы исемдәр аса. Йәш быуын араһында ҡыҙыҡһыныу артыуы ла күҙәтелә. Конкурсты ойоштороусы “Яугир” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Марат Аҙнағолов та төрлө йәштәге ҡурайсы-үҫмерҙәр, һөнәри музыканттар һәм халыҡ араһында киң танылыу тапҡан үҙешмәкәрҙәрҙең ҡурай сәнғәтен пропагандалау, башҡорт халыҡ музыкаһын популярлаштырыу, йәш таланттарҙы асыҡлау һәм уларға үҫеш өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу йәһәтенән конкурстың ҙур роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Морат хәҙрәт Ишбаев уның төрлө йәштәге ҡурайсылар өсөн ҙур тәжрибә майҙансығы булыуын әйтте.

Конкурста ҡатнашыусылар биш йәш төркөмөндә үҙенең оҫталығын, милли көйҙәрҙе башҡарыу һәләтен күрһәтте. Уларҙың сығышын мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ләйсән Йәмилева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Тәлғәт Нуриев һәм шағир Тимер Ниәтшин баһаланы.

Шулай итеп, конкурстың төп призын – Гран-приҙы беҙҙең ҡаланан Сыңғыҙ Вәлиев алды. Маҡтаулы урын яулағандарҙың бөтәһе лә төрлө дәрәжәләге дипломдар, Маҡтау грамоталары, премиялар менән бүләкләнде.

Конкурс башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа, йәш быуынға милли рух, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне. Уны тамаша ҡылырға килеүселәр төрлө йәштәге ҡурайсылар башҡарыуында башҡорт халҡының йөрәгенән сыҡҡан, быуаттар аша һаҡланып килгән моңдо тыңлап кинәнде. Ҡурайҙа яңғыраған көйҙәр тыуған ергә, халыҡтың тарихына һәм рухына бәйле, шуға күрә улар күңелде илһамландыра, данлы һәм шанлы үткәндәрҙе иҫкә төшөрә. Ошо тере моң — беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙең, рухи донъябыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө.

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас