Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
13 Июнь 2025, 15:58

Еҙ батмус

Фәриҙә бөгөн хәтәр һүҙ ишетте. Быға, бәлки, шатланырға ғына кәрәктер ҙә бит, тик улай булманы. Утыҙ йыллыҡ ғүмерҙе, тартманан ҡағыҙ алған һымаҡ, ҡапыл тарттылар ҙа сығарҙылар – ошо хәбәр бөтәһен дә аҫтын-өҫкә килтерҙе лә ҡуйҙы. Ай, күңел тигәнең дә даръя икән шул. Утыҙ йыл... Фәриҙә, хәҙер күп хәтирәләр йәшлек менән бергә мәңгегә юғалды, тип йөрөгәйне. Бер ауыҙ һүҙ күңеленең әллә ни ерҙәрен ҡутарып сығарҙы ла шуның бер урынын умырып алды ла китте. Ҡапыл тыуһа ла, уңалырлыҡҡа оҡшамаған был яра...

Еҙ батмусЕҙ батмус
Еҙ батмус

Фәрғәттәре, әллә нәмәһенә, өйләнгәне бирле башҡа сығырға дәртләнде. «Һеҙҙе кем ҡыуа, өй иркен, тора бирегеҙ, һуңыраҡ күҙ күрер...» – тип тә ҡарағайнылар. Юҡ, үҙҙәренекен һөйләйҙәр. Шунан инде, ахырыһы, йәштәрҙең теләгенә ҡаршы килмәйек тип, ризалашып ҡуйҙылар.

Башта, һарай келәтте һыртҡараҡ күсереп, өйҙө ишек алдына үҙҙәренеке менән йәнәш һалырға уйлашҡайнылар. Фәрғәт менән килен дә риза ине. Бына кисә улы:

– Әсәй, беҙ уйлаштыҡ та өйҙө икенсе урынға һалырға булдыҡ. Ҡалала комбинатта әҙер йорттар һаталар икән. Бик шәп була, ти. Мәшәҡәте лә юҡ, йыяһың да ҡуяһың, ти. Ундай йортҡа урын да шәп кәрәк бит инде... – тине.

– Ҡайҙа тип уйлаштығыҙ һуң?

– Шул, Ҡотләхмәт ағай менән Йәноҙаҡтар араһына инде. Иҫке өйҙө, һарайҙарын һүтеп, урынын бульдозер менән тигеҙләтеп ебәрһәң тегеләй!..

Фәрғәт был турала элек тә ысҡындырғылағайны. Тик ул саҡ башҡа сығыу тураһында ныҡлап уйлашмағас, Фәриҙә артыҡ иғтибар итмәгәйне. Улының шул хәбәрҙе әле ысынлап һөйләп ултырыуын күргәс, йөрәге ҡуҙғалды ла китте. Иң элек башына быларҙы кире күндерә алмаһам, ни эшләрмен тигән уй килде. Тәүҙә ипләп кенә өгөтләп ҡарарға булды:

– Иҫең китте лә баһа шул ергә. Улай бик беҙҙән ҡасырға уйлаһағыҙ, ана, өҫтәге туғайға һалығыҙ. Берәү башлаһа, бүтәндәр ҙә килә лә ултыра бит. Яңы урам була ла ҡуя.

Фәрғәт әсәһенә ҡарап торҙо ла, шундай юҡ ҡына нәмәне лә аңламай был оло кеше тигән һымаҡ, көлөп ҡуйҙы:

– Әсәй, ул бит ауылда беренсе урын! Күптәргә эләкмәне. Председателде саҡ ризалаттым, һыу буйындағы өйәңкеләре генә ни тора! Район паркынан шәберәк бит. Ул тирәнән машина йөрөмәй, саң юҡ, тыныс. Ишек алдында бит машина менән ҡуян баҫтырырлыҡ.

– Һуң ул бит кеше урыны...

– Кемдеке? Үлгән кешенең урыны буламы ни?!

– Үлһә һуң! Тере сағында барыбер шунда йәшәгән бит инде. Улай бик эре һөйләшмә.

– Ҡыҙыҡ кешеһең дә инде, әсәй. Элек кеше йәшәгән ергә өй һалырға ярамаһа, хәҙер Ер шарында һөрөп ашлыҡ сәсерлек тә урын ҡалмаҫ ине! Ошонан мин үләйем, ти, кемдәрҙер, бында элек Фәрғәт йәшәгән икән, ҡуй, урынына теймәйек, тип торорҙар тиһеңме әллә? Эй әсәй, әсәй, кешегә йәшәргә кәрәк. Кеше үлә, ер ҡала, ерҙә тереклек ҡала.

Фәриҙә улының һүҙенә ҡайһылай яуап бирергә аптыраны ла ҡалды.

– Нимә генә тиһәң дә, килешмәй инде. Ололар һүҙенә лә ҡолаҡ һалыу кәрәк. Анһат, бик тиҙ эшләйһең. Кеше әллә ни әйтер. Әгәр ҙә шунда өй һала торған булһаң, өйөңә аяҡ та баҫмам!

– Баҫырһың, – тип көлдө Фәрғәт. – Үҙең эшләшеп йөрөрһөң әле.

Фәриҙәнең һүҙе бөттө. Бер тегеләй, бер былай ҡаранды ла үпкәләгән тауыш менән:

– Хәҙер ҙурайҙығыҙ шул, әсәйҙе тыңламаһаң да ярай, – тигән булды.

Ҡара тауҙай ауыр күренгән әйберҙе улы еңел генә әйтте лә һалды. «Үлгән кешенең урыны буламы ни!» – Фәрғәт йәшендәгеләргә быны әйтеүе еңел.

Уның һүҙе, бәлки, дөрөҫтөр ҙә: үлеләрҙең ер өҫтөндә урыны юҡ. Ерҙә тереләр йәшәй... Әгәр ҙә шул иҫке өйҙөң хужаһы булһа, ул да шулай йорттар һалыр, башҡалар кеүек, шаулатып донъя көтөр ине... Ә хәҙер уның өйөн һүтеп ташларға ла яңы йорт һалырға йөрөйҙәр... Берәүҙәр икенселәрҙең тормошо өсөн үлә, икенселәр рәхәтләнеп йәшәп алып китә. Хатта уның ҡасандыр ошо донъяла булыуын да иҫкә алып тормайҙар... Элек-электән шулай киләлер инде. Фәрғәт әйткәнсә, был урынға өйҙө ул һалмаһа, барыбер кемдер һаласаҡ.

Фәриҙә уйҙарының осона сыға алманы. Буталып бөттө. Юҡ. Ҡалғандар теләһә ни эшләһен, тик уның, Фәриҙәнең, улы ғына һалмаһын... Ғүмер буйы күңелендә ҡара төйөн йөрөр. Башҡалар өсөн үле булһа ла, Фәриҙә өсөн өйҙөң хужаһы тере бит! Уның донъяһын туҙҙырырға нисек ҡулы барһын...

Фәриҙә көн буйы ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөнө. Күңеле менән һиҙә: Фәрғәтте кире күндереп булмаҫ. Шуға хафалана. Атаһы ла бит ҡаршы әйтмәй. Бәлки, эстән генә риза ла булып йөрөйҙөр...

Фәриҙә кис, мал эҙләгән кеше булып, ҡулына сыбыҡ тотто ла улы һүтергә йыйынған иҫке өй янына китте.

...Туҙған инде ул. Эйәһеҙ өй – үлгән кеше һымаҡ. Тәҙрәгә арҡыс-торҡос таҡта ҡағып ҡуйылған, һыланған балсыҡтары ҡойолған, тирә-яғын сүп-сар баҫҡан.

Кемдер серек йүкә менән иҫке ҡапҡаны бәйләп ҡуйған. Фәриҙә бауҙы сисә башланы. Ҡапҡа ауыр ыңғырашып ҡоланы.

Әллә ниңә атлауы ауыр, табандар ерҙә йәбешеп тора һымаҡ, Фәриҙә аҙ ғына барҙы ла туҡтаны...

2

...Ваҡытында ауылдағы иң күркәм йорттарҙың береһе ине был. Ергә һеңгән һалам башлы өйҙәр араһында әллә ҡайҙан айырылып торған ҙур йорт тирә-яҡҡа ҡот таратып ултыра торғайны. Уны һалған кеше башһыҙ булмаған, бөтәһен дә уйлап эшләгән. Ғәҙәттә, ҡапҡаны асаһың да ишек алдына киләһең дә төртөләһең. Ә бында йортҡа үтеү өсөн арыу ғына ер барырға кәрәк. Уң яҡта – буйҙан-буй сирень ағастары, һул яҡта – картуф баҡсаһы. Ике яҡта ла кәртәләрҙе ҡаплап, үрмәле гөл үҫә. Шулар сәскә атҡан ваҡытта баҡса аҫалы балаҫ менән уратып алынған һымаҡ булып ҡала.

Ул заман, ниңәлер, ҡаҙ үләне ғәжәп шәп үҫә ине, торғаны йәшел кейеҙ – ят та ауна. Ә шулай ҙа был тирәнең иң матур урыны – һыу буйы.

Арттағы бәләкәй ҡапҡанан сығып аҙ ғына барғас та, ике яҡҡа ҡыйшая биреберәк ултырған өйәңкеләр янына, яр аҫтына, килеп төшәһең. Өргәҙе был тирәлә, өндәшмәй генә эшен бөтөрөп йөрөгән килен һымаҡ, шым ғына аға. Һыу өҫтөндә күбек йәки берәй сүп килһә, өйәңкеләр тәңгәленә еткәс, бер өйөрөлөп ала ла китә. Күрәһең, бында ағым шулай, һирпеп һыу алған саҡта ғына йылға моңһоу тауыш менән сайпылып ҡуя, әйтерһең, баяғы баҫалҡы килен эш араһында бер һүҙ ҡушып ала.

1940 йылдың йәйендә Фәриҙәне ошо ауылға китапханасы итеп ебәрҙеләр. Бер нисә айлыҡ курс ҡына бөтөп килгән ун алты йәшлек ҡыҙ баланы ауыл Советы председателе академикты ҡаршылаған һымағыраҡ ҡаршыланы. Бер аҙ хәл-әхүәл һорашып ултырғас, шундағы кешеләр менән «китапханасыны фатирға кемгә ҡуйыу» тураһында кәңәшләшә башланылар.

– Ғилмандарға ҡуйырбыҙ. Иң йәтешлеһе шул булыр. – Шулай хәл иттеләр.

Ә Фәриҙәгә ысынлап та оҡшаны ла ҡуйҙы был кешеләрҙә. Ике бүлмәле ҙур йортта өсәү генә торалар икән. Ошондай «оло кешене» үҙҙәренә фатирға ҡуйыуға хужа апай әллә кем булып китте шикелле. Сәй әҙерләй башланы. Эш араһында:

– Өсәү генәбеҙ. Ғилман ағайың урман ҡарай, өйҙә бик һирәк була. Һинең йәштәрҙәге улыбыҙ бар, мәктәптә уҡый. Әле колхозға бесән өйәләр. Түр яҡты үҙеңә биреп ҡуйырбыҙ. Бик тыныс булыр. Оҡшаһа, торорһоң, оҡшамаһа инде – үпкәбеҙ булмаҫ, – тип хәл менән таныштырып алды.

Бер аҙҙан Фәриҙәгә урын йәтешләй башланылар. Таш келәттән заманы өсөн шаҡтай ғына затлы өй ҡаралдыһы – зәңгәр лаклы тимер карауатты индереп ҡуйҙылар.

– Мөхәррәм һикелә ятып йөрөр. Уға ҡайҙа ла бер, башын терәй ҙә йоҡлай ҙа китә, – тине Гөлйөҙөм апай.

Карауатты ҡаласараҡ итеп матурлап йыйыштырып, шаршау ҡороп тә ебәргәс, түр яҡ бөтөнләй күркәмләнеп китте. Гөлйөҙөм апай Фәриҙәнең эшенә ҡарап торҙо ла:

– Ана, ҡыҙҙар – ҡыҙҙар инде, өй ҡалай йәмләнеп ҡалды. Беҙҙең Мөхәррәм ни болартыуҙан башҡаны белмәй, – тип ҡуйҙы.

Кискә табан хужа апай аш һалды, ҡараңғылатып ҡына Ғилман ағай ҡайтты. Күрәһең, ҡунаҡ барын ишеткәндер:

– Һаумы, ҡыҙым, һәйбәт кенә килеп еттеңме? – тип ололап килеп күреште. Ашты йәһәтләргә ҡушты.

Бер аҙҙан ҡапҡа төбөнә ат килеп туҡтаны.

– Мөхәррәм ҡайтты... – Гөлйөҙөм апай урынынан һикереп торҙо.

Ләкин егет тиҙ генә инмәне. Атын илтеп ҡайтҡас та, соланда ниҙер эшләп йөрөнө, шунан тағы ҡайҙалыр китеп юғалды.

– Һыу буйына төшкәндер, шунда йыуынырға ярата ул, – тип аңлатты әсәй кеше.

Ҡыҙыҡ та инде ҡыҙҙар күңеле, Мөхәррәмдең аяҡ тауыштары ишетелеү булды, Фәриҙә әллә нәмәгә ҡаушаны ла төштө. Ҡыҙарынып китте, башын тағы ла нығыраҡ эйеп ашаған кеше булды.

Бына бүлмәгә, боларған шырт сәстәрен һыпыра-һыпыра, ҡыҙҙар һымаҡ һылыу ғына йөҙлө һомғол егет килеп инде. Ул ҡапыл ауыҙ асып туҡтаны ла ҡалды. Башта – ят ҡыҙға, шунан мөйөштәге шаршауға ҡараны. Уны ҡасандан бирле көтөп торған әсә:

– Ниңә ҡунаҡ менән иҫәнләшмәйһең, улым? – тине.

– Шәпмеһегеҙ әле.

– Иҫәнмеһегеҙ. – Фәриҙә ҡып-ҡыҙыл булды.

– Фәриҙә ҡыҙым беҙҙең ауылға эшкә килгән, китапханасы булып. – Эсә кеше был танышыуҙы шулай ослап ҡуйҙы. Ошонан һуң ғына Мөхәррәмдең аптырауы бер аҙ кәмей төштө.

Хужа кеше бит, ул шунда уҡ үҙен ҡулға алып, эре-торо ғына баҫып, тегеләй-былай үткеләгән булды. Бөгөнгө эш тураһында һөйләп алды. Үҙе, ниңәлер, былар менән бергә ултырманы, аш һалдырып алды ла алдағы өйгә сығып китте. Бер аҙҙан:

– Мин клубҡа киттем! Бөгөн беҙҙең репетиция! – тип ҡысҡырҙы.

Күктән төшкән кеүек килеп ингән был ят ҡыҙ егеттең дә күңелен болартып ҡуйҙы, ахырыһы. Шуны һиҙҙермәҫ өсөн, ошолай эрерәк ҡыланып йөрөгән рәүеше уның.

– Ҡара, кем, Мөхәррәм, туҡта. Аһ-аһ, бына ҡыҙымды ла алып бар, ят ерҙә клубты ла белмәйҙер әле, – тине Гөлйөҙөм апай.

Фәриҙә шунда уҡ:

– Юҡ, мин бармайым, – ти һалды.

– Бар, бар, бәй, китапханасы булғас, клубҡа йөрөтөрҙәр инде. Танышып ҡайтырһың. Беҙҙә йәштәр һәйбәт ул...

Фәриҙәгә тәүге көн бик күңелһеҙ булды бында. Йәштәр, айырыуса ҡыҙҙар, уны күрмәмешкә һалыштылар. Йүнләп һөйләшмәнеләр ҙә. Ул бер аҙ ғына ултырҙы ла ҡайтып китте.

Тәүҙә генә шулай булды. Бер аҙҙан ул был ауылға тыуған еренән дә нығыраҡ өйрәнде лә китте. Мөхәррәм менән дә тиҙ дуҫлаштылар. Ул бер аҙ әрпеш, алабарманыраҡ, әммә балалар һымаҡ үтә эскерһеҙ, ихлас, хатта иркәрәк тә егет ине. Тик Фәриҙәне генә интектерә торғайны. Ашарға ултырһалар, бер ҡасан да тыныс ҡына ашай алмаҫтар. Теге, йә берәй һүҙ әйтеп, йә берәй төрлө ҡыланып, көлдөрөп аптырата. Быныһы ла килешкән, тегегә бер ҡарап алыуы була, тыйыла алмай көлөргә тотона. Ахырыһы ашай алмай тороп китә. Гөлйөҙөм апай бер төрлө кинәнес менән ҡарап ултырған була ла:

– Кешене сәсәтерһең, ашағанда шаярмағыҙ, – тип тыйып ҡуя. Мөхәррәм һаман да туҡтамаһа:

– Улай бик шаярһаң, Фәриҙәне килен итеп тә алып ҡуйырбыҙ, – ти.

Ҡыҙ бала күҙенән йәше сыҡҡансы ҡыҙара. Ә Мөхәррәм ауыҙ эсенән ниҙер мығырлай ҙа асыуланған төҫ менән сығып китә. Ундай йәштәге кешегә иң яман һүҙ «кәләш алыу» бит инде.

Элек йыш ҡына бөтә халыҡ көлтә ташырға өмәгә сыға торғайны, һәр атҡа икешәр кеше – береһе ырғыта, икенсеһе тейәп тора. Фәриҙә менән Мөхәррәм гел бергә йөрөйҙәр. Бер шулай Мөхәррәм йөгөн тейәп бөттө лә юрттырып төшөп китте. Уның артынан ҡарап торған Фәриҙә ҡапыл, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡысҡырып ебәрҙе:

– Ай, ауҙы!!!

Мөхәррәмдең йөгө ҡапыл тәкмәсләп барып төштө. Ат алдарбаһы менән генә тороп ҡалды.

Фәриҙә шул яҡҡа йүгерә башланы. Аһылдап килеп етеү менән, Мөхәррәмде эҙләргә тотондо. Тегенең аяҡтары ғына күренеп ята, кәүҙәһе йөк аҫтында ҡалған. Фәриҙәнең уға тотоноуы булды, Мөхәррәм яман итеп ыңғырашып ебәрҙе. Ҡыҙҙың күҙ алдары ҡараңғыланды. Ул әсе итеп ҡысҡыра башланы:

– Булат ағай-й! Мөхәррәм йығылды! Бул...

– Ниңә ҡысҡыраһың, мин, һин ни эшләр икән тип, юрый ғына йыҡтым бит арбаны!.. – тине.

Ҡыш, районға олимпиадаға барғанда, Фәриҙә бик өшөп ҡайтты. Ауырыҡһынғас, киҙеү генәме икән тигәйнеләр, нығыраҡ булды, ахырыһы. Ул ике көн буйы һаташып, илереп сыҡты.

Күҙен асҡанда, өсөһө лә эргәһендә торалар ине.

– Аллаға шөкөр, – тип ҡуйҙы Гөлйөҙөм апай. – Эй, ҡурҡыттың бит беҙҙе, ҡыҙым.

Уға ни алып, ни бирергә белмәйҙәр. Ә Фәриҙәнең ҡапҡыһы ла килмәй. Эх, тоҙло ҡыяр булһа икән!

Ошо турала ишетеүе булды, Гөлйөҙөм апай кейенеп сығып та китте. Бер аҙҙан арманһыҙ булып ҡайтып инде лә:

– Юҡ, тапманым... Эй, ошо беҙҙең башҡорт, ҡыяр ҙа сәсмәй бит. Ауырыған кеше көҫәгән әйберен ашаһа, шунда уҡ тирләп китер ине лә бит... Нәғимә килендәрҙә була торғайны, бөттө, ти.

Фәриҙә бер аҙ сәй эсте лә яңынан йоҡомһорап китте. Күҙен йомоуы булды, әллә ниндәй төштәр күрергә тотондо. Күпме ваҡыт үткәндер инде, бер ваҡыт Гөлйөҙөм апайҙың, Мөхәррәмдең тауыштары ишетелә башлаған һымаҡ булды...

– Ҡыҙым, Фәриҙә, уянаһыңмы? Бына, Мөхәррәм...

Ул яңынан күҙен асты. Эргәһендә, бер сеүәтә тоҙло ҡыяр, борос, кәбеҫтә тотоп, Гөлйөҙөм апай тора.

Әй яратып ашағайны шул саҡта Фәриҙә. Ауыҙында тәме һаман торған һымаҡ. Ул, ашап туйғас ҡына, тәҙрә туңына ҡулын баҫып торған Мөхәррәмгә иғтибар итте. Баҡһаң, әсәһенең һүҙен ишетеү менән, ул, буранға-нигә ҡарамай, саңғы кейеп, Сергеевкалағы белештәренә киткән дә барған. Шунан бер күнәк тоҙло ҡыяр, кәбеҫтә, борос күтәреп ҡайтҡан. Бармаҡтарын туңдыра яҙған. Бына шуға һыҙланып тора икән.

Гөлйөҙөм апай әйткән дөрөҫ килде. Фәриҙә шул төндө үк тирләне, иртәгеһенә аяғына баҫты.

Ошонан һуң аралары әллә нисек булды ла китте уларҙың. Фәриҙә Мөхәррәмдән, бигерәк тә Гөлйөҙөм апай менән Ғилман ағайҙан уңайһыҙлана. Кеше күңеленә шик һалып йөрөмәһә ни була икән. Барыбер йүнәлер ине әле...

Юҡҡа ғына һөйләнеләр улар тураһында: «Мөхәррәм менән Фәриҙә яратышалар икән, береһе «алам», икенсеһе «барам» тип вәғәҙәләр бирешкәндәр, ата-әсәләре лә һөйләшкән, имеш, эш туйға ғына ҡалған...»

Ошо хәбәрҙәрҙе ишетһә, ҡыйын була торғайны Фәриҙәгә. Сит ер, бер үҙе, үтеп киткәндә бар халыҡ уның тураһында әллә ни һөйләп ҡалалыр кеүек.

Фәриҙәгә был ауылда ошо ғаиләнән дә яҡын кешеләр юҡ. Уларға иң яҡын туғандары һымаҡ өйрәнеп тә бөткән. Мөхәррәм дә яңғыҙ ғына үҫкән егет. Бик ныҡ дуҫлаштылар улар. Фәриҙә, бер өйҙә торһалар ҙа, гел генә Мөхәррәмде һағына ла йөрөй торғайны. Ә күрһә, тиҙерәк күҙ йәшерә. Мөхәррәм тураһында Фәриҙә яңғыҙ саҡта, йә кис ятҡас ҡына уйларға тырыша. Кеше уның уйҙарын белеп ҡуйыр һымаҡ.

Фәриҙә һуңынан ғына төшөндө: беренсе мөхәббәт тигән нәмә шул булған икән. Ә Мөхәррәм яраттымы һуң? Ниҙер һиҙенһә лә, Фәриҙә был хаҡта уның үҙенең ауыҙынан ишетә алманы.

Йәй һуғыш башланды. Ҡыш Фәриҙәне ауыл Советына секретарь иттеләр. Яҙ Мөхәррәм, унынсы класты ташлап, тракторға ултырҙы. Бер аҙ ремонтлашып йөрөнө лә сәсеүгә сыҡты. Йәйгә Ғилман ағайҙы хеҙмәт армияһына алдылар.

1942 йылдың авгусында 1924 йылда тыуған егеттәрҙе ҡаралырға саҡырҙылар. Фәриҙә Мөхәррәмде яландан үҙе барып алып ҡайтты.

Егеттәр будка янында ашап ултыралар ине. Мөхәррәм, күрәһең, эште һиҙеп торғандыр инде, әллә ҡайҙан ҡаршы килеп алды:

– Комиссияғамы? Тағы кемдәргә бар?

Фәриҙә, яйлап ҡына ҡайтырбыҙ, бәлки, шишмә янына ла һуғылып үтербеҙ, тип уйлағайны. Мөхәррәм әллә нимәһенә болоҡһоно ла китте. Фәриҙәнең эргәһенә килеп ултырыу менән, уның ҡулынан дилбегәне тартып алды ла ҡысҡырып ебәрҙе:

– На-а-а-а!!!

Унһыҙ ҙа саҡ торған айғыр шундай алып сығып китте, үҙҙәре саҡ йығылып ҡалманылар. Мөхәррәмдең бындай сағын ҡыҙҙың ғүмерҙә лә күргәне юҡ ине. Шунда уҡ ниҙер һиҙенгәндер инде...

Ҡаралырға барған дүрт егеттең өсөһөнә повестка биреп ҡайтарғандар. Ике көндән – китергә.

Йәштәр оҙатыу мәжлесе йыйҙылар. Ғәжәп кенә мәжлес булды инде ул, күңелле лә, моңһоу ҙа һымаҡ. Матур ғына итеп уйнап та алалар, шунан моңһоуланып та китәләр. Исхаҡ менән Тимерғәле әллә ҡайһы арала ҡыҙҙар менән сығып шылғандар. Мөхәррәмдең дә бында әллә ни оҙон-оҙаҡ ултырғыһы килмәй. Уға, һуғышҡа оҙатылыр кешегә, Фәриҙәне кеше алдынан алып сығып китһә лә, бер ни әйтмәҫтәр ине. Юҡ, ул иптәше аша ғына саҡыртып алған булды.

– Әйҙә, икәү генә йөрөп киләйек әле, Фәриҙә, – тине ул.

Башта байтаҡ ҡына һөйләшмәй барҙылар. Ауыл осона сыҡҡас та, алдан һүҙ беркетешкән кеше һымаҡ, икеһе бер юлы күпергә боролдолар.

Улар байтаҡ ҡына һөйләшмәй килделәр. Ғәжәп, әйтәһе нәмәләр күп, ә һүҙ табып булмай.

Ауыл осона сыҡтылар. Бында юл икегә айырыла. Береһе Тау морононан борола ла көнсығышҡа табан китә. Ауыл халҡы оло юлға гел ошонан сыға. Мөхәррәмгә бәләкәй саҡта иң ҙур донъя ошо яҡта һымаҡ күренә торғайны. Районға ла, Өфөгә лә шунан китәләр. Шул яҡта үҙе белмәгән әллә ниҙәр бар һымаҡ... Хәйер, әле лә шулай. Ошоғаса Мөхәррәмдең район үҙәгенән ары киткәне юҡ. Уны ла комсомолға инергә барғанда күргәйне.

Иртәгә лә ошонан сығып китәсәктәр...

Һүҙ беркеткән кеүек, икеһе лә бер юлы һулға боролдолар. Килделәр ҙә күпер рәшәткәһенә таянып аҫҡа ҡаранылар.

Көйөргәҙе күпере ауыл йәштәренең клубтан ҡала иң яратҡан урыны. Йәй бында бигерәк күңелле була. Эҫе көндәрҙә тирә-яҡ геү килеп тора. Йылға ауылдың буйынан-буйына аға. Әммә һыу инергә бөтәһе лә ошонда килә. Бала-сағаның бынан бөтөнләй ҡайтышы юҡ, өлкәнерәктәр ҙә ҡалышмай. Бесәндән ҡайтышлай уҡ аттары менән килеп туҡтайҙар ҙа кейемдәрен сисеп ырғыталар. Көйөргәҙегә килеп сумдыңмы, донъяларың онотола. Китешләй йәнә һуғылалар.

Егет-елән күпер төбөндә ҡайнаша. Ә ҡыҙҙар төптәрәк, тал араһында. Үҙҙәре күренмәй, сырылдашҡан тауыштары ғына яңғырай ҙа тал араһынан сәсрәткән һыуҙары йылҡылдап ҡала. Ҡыҙыҡ йөҙә ҡатын-ҡыҙ халҡы. Әйтерһең, ошонда ла матурлыҡтарын күрһәтергә тырышалар. Тулҡын бәрәләр, аяҡтары менән һыу сәсрәтәләр.

Егеттәр этләшә. Тал араһынан йәшенеп кенә баралар ҙа һыуға сумалар һәм... көтмәгәндә «былт» итеп тегеләр араһына килеп сығалар. Көтөүҙе бүре баҫтымы ни! Ҡыҙҙар сар итеп ҡала. Ярҙағылар һыуға һикерешә. Ә һыуҙағылар, суртандан ҡасҡан ваҡ балыҡ шикелле, төрлөһө төрлө яҡҡа йөҙөргә тотона. Егеттәр «русса», йәғни ҡолас ташлап йөҙә. Тегеләрҙе ҡыуып етеү бер ни түгел. Сарылдатып һыуға сумырып алалар. Ә был ваҡыт бер-икеһе ярҙа «эш менән була». Ҡыҙҙарҙың күлдәктәрен йәшерәләр, еңен йә итәген шундай итеп һығып төйнәйҙәр, аҙаҡ гел улар сисә алмай интегә.

Ә кистәрен, бөгөнгө һымаҡ айлы кистәрен, бындағы уйын! Клуб биҙҙереп киткән төҫлө. Ошонда йыйылалар. Таҡта түшәлгән күпер бейер өсөн шундай йәпле. Аҫты буш, тыңҡылдап ҡына тора. Бөтә ауылға яңғырай. Ҡайһы берҙә, йоҡо бирмәйһегеҙ тип, ҡарттар ҡыуып ебәрә торғайны.

Ә яҙ, һыу ташҡан саҡтарҙа!..

Бөгөн тып-тын. Хатта моңһоу. Әйтерһең, йылға ла уйлай.

Мөхәррәм аҫҡа ҡарап торҙо-торҙо ла:

– Ай... – тигән булды. – Хәс тә әсәйемдең еҙ батмусы...

Күктең шәүләһе йылғаға төшә. Күк шундай саф, төнгө йылға һымаҡ. Тик әле йылға бик тәрән: төпһөҙ, хатта шомло ла күренә. Алыҫ күктең шәүләһе төшкәнгәлер. Ә ай шул уҡ. Уларға ҡараған да тынған.

Мөхәррәм эйелеп таш алды. Фәриҙә уның ҡулынан тотто:

– Боҙма...

Мөхәррәм тыңламаны. Ташты һыуҙағы айға ырғытты. Еҙ батмус ҡапыл сәсрәп китте. Әйтерһең, әле генә алтын кеүек балҡып торған батмус утлы ярсыҡтарға әүерелде лә юҡ булды ла ҡуйҙы. Ә был төпһөҙ күренгән йылға эргәлә генә булып сыҡты.

Мөхәррәм менән Фәриҙә ҡуҙғалмай торҙолар. Ниҙер көттөләр шикелле. Утлы осҡондар һыуҙа уйнаны-уйнаны ла киренән еҙ батмус булып ойошто. Ай бер ни булмағандай уларға ҡараны. Хатта үпкәләмәне лә. Тик ул нимәгәлер аптырай, буғай...

– Әйҙә... – Мөхәррәм ҡапыл урынынан ҡуҙғалды.

Фәриҙә белә: Мөхәррәм ниҙер әйтергә теләй. Үҙен әллә нисегерәк тота. Балаларса еңел генә итеп шаярып алыуы ла, ололарса артыҡ етдиләнеп, уйсанланып китеүе лә шунан, ахырыһы.

Ҡайтҡанда, ауылда бер кемдә лә ут юҡ ине. Тик уларҙа ғына яна. Гөлйөҙөм апай шәмен ҡыҫып ҡуйған.

Баҡсала, сирендәр төбөндә, ергә ҡағып эшләнгән эскәмйә бар. Мөхәррәм үҙе яһағайны. Кис бергә ҡайтырға тура килһә, гел ошонда һөйләшеп ултыралар. Шунан башта Фәриҙә инеп китә, байтаҡтай һуң Мөхәррәм ҡайтҡан була. Йәнәһе, бергә йөрөмәгәндәр. Был юлы ултырып торманылар. Бер-береһенә ҡараштылар ҙа тын ҡалдылар.

– Әйтәйемме?

Егет шул хәтлем ҡапыл өндәште. Фәриҙә йығылып барған һымаҡ булып китте. Мөхәррәм уны ике ҡуллап ҡосаҡлап алды, Фәриҙә үҙе лә ҡосаҡланы шикелле.

Шул саҡ ҡапыл кәртәнән ниҙер шатырлап һикереп төштө.

– Уй, әллә кем! – Фәриҙә ҡысҡырып ебәрҙе. Эргәләренән бер оло бесәй йүгереп үтте. Улар көлөшөп алған булдылар. Шунан Фәриҙә:

– Эй, ҡурҡтым, Мөхәррәм. Ҡара, яҡтырған бит! Әйҙә, ҡайтайыҡ, – тине.

Бөгөн улар өйгә бергә инделәр.

* * *

...Фронтҡа китеүселәрҙе оҙатыусылар күп ине. Фәриҙәне Ҡайынлыҡулға хәтлем генә алдылар.

Бына аттар туҡтаны. Икеһе лә арбанан төштөләр. Ниңә ошо ваҡытта йүнләп хушлашырға ирек бирмәйҙәр икән – егеттәрҙең ике күҙҙәре уларҙа. Ә былар әлеге шул ҡарашҡандар ҙа ҡатҡандар.

Ярһыған аттар, сыҙаша алмай, тыпырсына. Егеттәр көлөшә:

– Фәриҙә, күҙҙе йомайыҡмы, әллә былай ғына үбәһеңме?!

– Йә инде, Мөхәррәм, нимә торған булаһың!

Мөхәррәмдең ҡараштары иҫ киткес һағышлы ине. Бына гел ошо көйө тора ул Фәриҙәнең күҙ алдында. Фәриҙә сыҙай алманы, ситкә боролдо.

– Хуш, Фәриҙә... Хатҡа... Хат яҙырмын.

Улар ҡул бирештеләр. Мөхәррәм ҡуҙғала башлаған арбаға һикереп менде.

– Эх, Мөхәр-рә-әм, үкенерһең! Ҡасан күрәһең әле Фәриҙәңде! На-а-а-а!!!

Аттар алға ырғылды. Гармун, йыр тауыштары шунда уҡ алыҫлашты...

Ә Мөхәррәм ысынлап та ҡабат күрә алманы Фәриҙәне. Уны ла, әсәһен дә, бер кемде лә күрә алманы. Әйтерһең, Фәриҙә өсөн дәһшәтле ут диңгеҙенә төшкән бер тамсы ғына булды ул. Гөлйөҙөм апайға ике, уға бер хаты килде лә шуның менән мәңгегә юҡ булды ла ҡуйҙы... Уларҙың мөхәббәте бына шул.

3

...Был өйҙә хәҙер бер кем дә тормай. Ғилман ағай хеҙмәт армияһынан ауырып ҡайтҡайны, шунан мандый алманы. Шулай ҙа, һуғыш бөткәс, тағы биш йыл йәшәне. Ә Гөлйөҙөм апай бынан дүрт йыл элек үлде. Бик туҙғас, ике өйөн берәү итеп һалдырғайны үҙе иҫән сағында. Шуға ла был тирәнең бер аҙ йәме киткәйне. Ә хәҙер йорттарҙы ҡайһылай итеп һалалар, клубмы ни! Эйәһеҙ ҡалған өй тегеләр янында бик тиҙ сүкте.

Урыны матур булһа ла, өйөн ҡутарып ташларға күптәрҙең әлегә хәтле ҡулы барманы, шикелле. Унан һуң ауыл советы ла быға рөхсәт бирмәне. Ситтә Ғилман ағайҙың ниндәйҙер туғандары бар икән. Шулар дәғүәләшеп йөрөрҙәр тигәндәрҙер инде. Бына, яңыраҡ килеп, беҙгә нимәгә инде ул, үҙегеҙ ҡарағыҙ, тип киткәндәр. Был урын, шулай итеп, Фәрғәткә тейҙе. Ололар булһа, бәлки, тартыныр ҙа ине, ә Фәрғәт нимә белә, һуғыштан һуң тыуған егет бит. Әсәһе лә уны тыңлата алманы.

Күп нәмәләр хәҙер төш һымаҡ ҡына ҡалған. Тик ошо йортто һүтеп ташларға булғас ҡына үткәндәрҙең бөтәһе лә күҙ алдына килде лә баҫты.

...Фәриҙә ипләп кенә эскә үтте. Ул теге эскәмйәне эҙләй ине. Сирендәрҙең күбеһе ҡартайып ҡороған, йәштәре, ҡарамағас, мандый алмай ултыра.

Эскәмйә лә урынында икән дә... Тик уның бер аяғы ғына, ергә ҡағылған ҡара имән түмәр генә, ултыра.

Фәриҙә ҡапыл ҡыйыҡ башында үҙенә ҡарап торған айҙы күрҙе. Тик уның яртыһы юҡ. Кемдер, әйтерһең, был еҙ батмусты түңәрәк ҡайсы менән матур ғына итеп уйған да алған.

Бәй, бар икән дә!.. Айҙың яртыһы, хас та пәрҙә артында ҡалған шикелле, бик тоноҡ. Тоноҡ, шулай ҙа ул түп-түңәрәк булып күренеп тора. Ай ҡайһы ваҡыт, ниңәлер, шулай була ул. Ғәжәп...

Әле айҙың башымы, әллә аҙағымы? Хәйер, башы бит әле. Анау көн генә ире менән, яңы ай салҡан тыуған, көндәр аяҙ булыр, ахырыһы, тип торғайнылар.

Аһ, Мөхәррәм дә бында ла баһа! Ана, эскәмйә янында баҫып тора. Шул уҡ ҡиәфәтендә, хатта шул уҡ кейемендә. Әүәлгесә ихлас, эскерһеҙ йылмайып ҡараған, тик күҙҙәре генә моңһоу, ниңәлер. Ни эшләп бер ҙә өндәшмәй һуң? Ярар, бәлки, өндәшмәүе яҡшыраҡтыр. Юҡһа, Фәриҙә ни тип яуап бирер үҙенә. Эйе, эйе, бер ни өндәшмәй, бөтәһе лә күҙ ҡараштарына ғына яҙылған: «Мин бит теге һүҙҙе һиңә тәки әйтә алманым. Иртәрәк үлдем шул. Әйтә алмаһам да, һин уны барыбер беләһең. Мине онотманыңмы һуң, әле, Фәриҙә? Һин онотмаһаң, хәҙер миңә был донъяла башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй...»

Фәриҙәнең ике битенән йылы ғына ике бөрсөк тәгәрәп төшөп китте. Береһе – ергә, икенсеһе ҡулына тамды. Яҙғы һыу быуаһы ҡапыл йырып алып киттеме ни – Фәриҙә сеңләп илап ебәрҙе.

* * *

Фәрғәт йортто күңеле теләгәнсә – ҙур, иркен, матур итеп һалды. Башын аҡ ҡалай менән яптырҙы, стеналарын тыштан таҡта менән көпләтте лә йәшелгә, ә тәҙрә ҡапҡастарын зәңгәргә буятып ебәрҙе. Тирә-яҡ балҡып киткәндәй булды. Бында иҫке йорт булмаған да, ошоһо мәңгегә тамырланған да ҡуйған тиерһең.

Көҙгөһөн, ауыл шаулатып, яңы өйҙө туйлап ташланылар. Ни хәл итһен, Фәриҙә үҙе лә ең һыҙғанып ҡунаҡ һыйлашты. Дөрөҫ, баштараҡ уға ошонда йорт һалышып йөрөүе лә, табын әҙерләп ҡунаҡ саҡырыуы ла бик ауыр булды. Ошо ишек алдынан бер үтеү генә лә әллә ниҙәрҙе тапап киткән төҫлө тойола ине.

Ярай әле был ауыр уйҙар оҙаҡҡа барманы. Фәриҙә әллә үҙе лә уйламаҫҡа тырышты, әллә эш менән онотто, күңелде өшөтөп торған тойғолар тора-бара, иртәнге томан шикелле, күҙгә күренмәй генә тарала башланы. Хатта ул йортто ошонда һалыуҙарына ҡыуанып та ҡуя ине. Ни тиһәң дә, был тирә Фәриҙәнең ауылға тәү башлап аяҡ баҫҡан төйәге бит әле. Шул ихатаның ташландыҡ хараба шикелле ултырыуын күреү күңелгә бик тә ауыр була торғайны. Бына әле ишек алдының шулай яңырып, балҡып китеүе, хәлһеҙләнеп, сырхап ятҡан кешенең тороп аяҡҡа баҫыуы һымаҡ күренә. Яңы йорт Фәриҙәгә үҙҙәренеке генә түгел, ә Мөхәррәмдеке лә, ул да ошонда күҙгә күренмәй генә йәшәп яталыр һымаҡ тойола ине.

Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ.

Автор:
Читайте нас