Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
22 Июнь 2025, 08:10

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай!

Йыл һайын 22 июндә ҡаланың "Дан" монументы янында дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булған яугирҙәр иҫкә алына – Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә.

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай!Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай!
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай!

Йыл һайын 22 июндә ҡаланың "Дан" монументы янында дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булған яугирҙәр иҫкә алына – Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә.

Бөгөн дә мәләүездәр бер минут тынлыҡта шул ҡот осҡос һуғышта һәләк булғандарҙы һәм иҫ киткес ҡорбандар хаҡына беҙҙең киләсәгебеҙҙе һаҡлап ҡалғандарҙы иҫкә алып, һәйкәлгә сәскә һалды.

Сарала район хакмиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, ҡала хакимиәте башлығы Олег Воробьев, район-ҡала хакимиәттәре етәкселеге, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Советы рәйесе Виктор Дмитриев, урындағы "Һуғыш балалары" һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары, үҫеп килеүсе быуын вәкилдәре ҡатнашты.

Беҙҙең алғы һыҙыҡта дошман менән көрәшкән яугирҙәрҙе, тылда Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көндө төнгә ялғап көс һалғандарҙы, блокада һәм оккупацияны кисергәндәрҙе, яҡындарын юғалтыу кеүек ауыр ҡайғылар кисеп тә, һынмаған быуын кешеләрен оноторға хаҡыбыҙ юҡ. 

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай!

Автор фотолары.

 

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай!
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай!
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай!
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай!
Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас