Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
1 Июль 2025, 09:50

Химиктарҙың хеҙмәт династияһы

Ошо көндәрҙә «Мәләүез минераль ашламалар заводы» үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Райондаштар араһында тормош һәм хеҙмәт юлы уға бәйле булмаған кешеләр һирәктер. Берәүҙәр унда үҙе эшләһә, икенселәренең яҡындары һәм таныштары тырышлыҡ һалған.

Химиктарҙың хеҙмәт династияһыХимиктарҙың хеҙмәт династияһы
Химиктарҙың хеҙмәт династияһы

Ошо көндәрҙә «Мәләүез минераль ашламалар заводы» үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Райондаштар араһында тормош һәм хеҙмәт юлы уға бәйле булмаған кешеләр һирәктер. Берәүҙәр унда үҙе эшләһә, икенселәренең яҡындары һәм таныштары тырышлыҡ һалған.

Сығыштары Күгәрсен районының Ялсы ауылынан булған Мусиндарҙың дөйөм эш стажы 197 йыл (!) тәшкил итә. Булдыҡлы һәм тырыш нәҫелдәге 11 кешенең ғүмере төрлө йылдарҙа химия заводы менән бәйле. Улар араһында бөгөн дә эш урынына тоғролоҡ һаҡлағандар бар.

Ғаилә династияһының «Мәләүез минераль ашламалар заводы»ндағы  хеҙмәт юлы унда 1979 йылда урынлашып, үҙ һөнәренә 37 йылға яҡын тоғролоҡ һаҡлаған Фәнис Мусиндан башланғыс ала.

Ул үҙ янына бер туған ҡустыһы Ғәлим Ғәбит улын саҡыра.

- Мин армиянан һуң ауылда эшләп йөрөй инем, Фәнис ағайым ҡайтты ла, заводҡа эшселәр етешмәй, бараһыңмы, тине. Ныҡлап уйлап, өйҙәгеләр менән кәңәшләшкәндәң һуң, ҡалаға сығып киттем. Водитель булып урынлашырға стаж етмәгәс, миңә КИПиА хеҙмәтен тәҡдим иттеләр. Бөгөнгөләй иҫемдә: 1980 йылдың 22 феврале, сатнама һыуыҡ көн ине ул. Өсөнсө разряд менән ҡабул ителеп, бер нисә йылдан дүртенсе, унан бишенсегә күтәрелдем. Эшкә килгәндә, мин ғаиләле инем инде. Етәкселек башта дөйөм ятаҡтан бүлмә, һуңынан фатир бирҙе.

Ун алты йыл ярым эшләү дәүерендә төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, завод данын күтәрҙек. Ғүмерҙең иң матур осоро үткән эш урыны тураһында тик йылы хәтирәләр һаҡлана, - ти Ғәлим ағай.

Хәким Ғәбит улының хеҙмәт юлы ла ағайҙарыныҡына оҡшаш. Әрме сафынан ҡайтҡан егет, 1980 йылдың авгусында эшкә урынлаша. Контроль-үлсәү ҡоролмалары һәм автоматика хеҙмәтенә слесарь булып ҡабул ителгән яҡташыбыҙ бер цехта ун алты йыл эшләй.

 - Заводҡа барғаныма бер ҙә үкенмәнем. Мин урынлашҡанда, уның гөрләп торған сағы ине бит. Беҙҙе эш менән генә түгел, уңайлы йәшәү шарттары менән дә тәьмин иттеләр. Фатирлы ла, баҡсалы ла, гаражлы ла булдыҡ, балаларға балалар баҡсаһынан урын да бүленде. Цех начальнигы ла кешелекле, яҡшы кеше булды, - тип хәтерләй ул йылдарҙы Хәким Мусин.

Буласаҡ ҡатыны менән дә завод таныштыра. Вәсилә Шәфҡәт ҡыҙы

унда 1982 йылдың июлендә эш башлай.

- Бер төркөм крансы ҡыҙҙар менән яңы ғына төҙөлгән НПК цехына урынлаштыҡ. Унда гел йәштәр ине. Беҙҙе өҫтәмә рәүештә француз кратцер-кранына ла уҡыттылар. Сафтан сыҡҡан крандарҙы йүнәтергә ебәрелгән француздар менән дә аралашырға тура килде. Етәкселек үҙ эшсеһенә иғтибарлы, ихтирамлы булды, юғары эш хаҡы алып эшләнек. Ул ваҡыттар матур хәтирә булып күңелдә йәшәй. Хәким менән дә завод таныштырҙы, ҡауыштырҙы инде беҙҙе, - ти Вәсилә апай.

1984 йылда ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан Мөбәрәк Ғәбит улын да заводҡа барырға ағалары «ҡоҙалай».

Яңы асылған көкөрт кислотаһы цехын һаулыҡ өсөн зарарлы тиһәләр ҙә, шунда аппаратсы булып урынлаша. Ун алты йыл эшләгәс, эшенән китергә тура килә. Бер нисә йылдан кире заводҡа әйләнеп ҡайтҡан Мөбәрәк ағайҙың хеҙмәт стажы 21 йыл тәшкил итә.

- Беҙҙең етәкселәр һәйбәт, олоно - оло, кесене кесе итә беләләр, ағай тип кенә торалар. Бөгөн үҙебеҙ эшкә килгән йәштәрҙе өйрәтеп, тәжрибә уртаҡлашабыҙ, - ти ул.

Әңгәмәгә уның хәләле Рәмзиә Әмир ҡыҙы ла ҡушыла. Ул да заводҡа Фәнис Ғәбит улы саҡырыуы буйынса 1986 йылдың февраль айында контроль-үлсәү ҡоролмалары һәм автоматика цехына урынлаша. 20 йыл эшләгәс, идаралыҡтың кадрҙар бүлегенә алынып, 10 йыл, һуңынан йыл ярым ЭФК-ла, тағы 10 йыл кладовщик була. Хеҙмәт ветеранына 2023 йылда ғаилә хәлдәренә бәйле эшенән китергә тура килә: өлкән йәштәге бейемен тәрбиәләй.

Рәмзиә апайҙың бер туған ағаһы Илшат Уразбахтин да заводта 20 йылдан  ашыу аппаратсы булып эшләй.

Бөгөн хеҙмәт династияһына нигеҙ һалған Фәнис ағайҙың юлын дауам итеүсе улы Эмилдең заводта эшләүенә лә ун йылдан күберәк.

Мусиндарҙың бер туғаны Фирүзә Байгилдина ла оҙаҡ йылдар буйы үҙ һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған кеше була (урыны йәннәттә булһын!).

Төрлө йылдарҙа унда эшләп китеп, хеҙмәт династияһына үҙ өлөшөн индергән Илгиз Ғәлим улын, ошо уҡ нәҫелдең кейәүҙәре Азат Байгилдин һәм Максим Аҡбашевтарҙы ла телгә алыу урынлы булыр.

- 197 йыллыҡ стажға Хәмит ағайыбыҙҙың эшләгән йылдары инмәгән әле. Уныҡы менән бергә иҫәпләһәң, был һандан артып та китә, - ти күп йыллыҡ намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре төрлө маҡтаулы исемдәргә эйә яҡташтарыбыҙ.

Династиялар үҙҙәре эшләгән предприятие йәки тармаҡтың нигеҙе генә түгел, илдең, республиканың, райондың төп терәге лә. Һәр ҡайһыһының үҙ тарихы булһа ла, бер нәҫел вәкилдәрен тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәт, үҙ эшенә яуаплы ҡараш берләштерә.

Бәхет эҙләп ситкә китмәгән, ғүмер буйы үҙ төбәгенә тоғролоҡ һаҡлап йәшәгән Мусиндар ҙа тап шундай булдыҡлы кешеләр сафын тулыландыра.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

Химиктарҙың хеҙмәт династияһы
Химиктарҙың хеҙмәт династияһы
Химиктарҙың хеҙмәт династияһы
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас