Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
15 Июль 2025, 07:25

Курск алышындағы еңеүҙең әһәмиәте

1943 йылдың 5 июленән 23 авгусҡа тиклем дауам иткән Курск алышы – Бөйөк Ватан һуғышындағы төп һәм иң ҡаты хәрби операцияларҙың береһе. Уны  өс өлөшкә бүләләр: Курск оборона операцияһы (5-23 июль); Орел (12 июль – 18 август) һәм Белгород-Харьков (3-23 август) һөжүм операциялары. Германия командованиеһы “Цитадель” атамалы хәрби операция әҙерләп, уны 1943 йылдың апрелендә раҫлай. Немец  ғәскәрҙәренең һөжүмгә әҙерләнеүе тураһындағы мәғлүмәткә эйә  Юғары Башкомандование Курск дуғаһында ваҡытлыса оборонаға күсергә һәм уның барышында дошмандың удар төркөмдәрен ҡыйратып, совет ғәскәрҙәренә башта контрһөжүм, унан һуң стратегик һөжүм өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға ҡарар итә.

“Цитадель” операцияһын үткәреү өсөн Германия командованиеһы участкала 50 дивизия, шул иҫәптән 16 танк һәм моторлаштырылған дивизия туплай. Совет сығанаҡтары мәғлүмәтенә ҡарағанда, дошман төркөмөндә 90 меңгә яҡын кеше, 10 меңгә тиклем орудие һәм миномет, 2,7 мең самаһы танк һәм 2 меңдән ашыу самолет иҫәпләнгән. 4-се һәм 6-сы һауа флоттары немец ғәскәренә күктән ярҙам итә.

Беҙҙекеләр  Курск һуғышына 1,3 миллиондан ашыу кешене, 20 меңгә тиклем ҡорал һәм минометты, 3300-ҙән ашыу танк һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһын, 2172 самолетты үҙ эсенә алған төркөм (Үҙәк һәм Воронеж фронттарын) төҙөй. Хәрби планды Советтар Союзы маршалдары Георгий Жуков менән Александр Василевский көйләй.

12 июндә Прохоровка тимер юл станцияһы эргәһендә Белгородтан төньяҡҡараҡ 56 саҡрымда тарихта иң ҙур танкылар һуғышы була. Совет ғәскәрҙәре һөжүмгә барған “Кемпф” оператив төркөмөнә ҡаршы сыға. Ике яҡтан һуғышта 1200 самаһы танк һәм үҙйөрөшлө ҡулайлама ҡатнаша. Ҡаты алыш көн буйы дауам итә, кискә табан танк экипаждары пехота менән бергә дошманға ташлана, ҡул һуғышы башлана.

Курск һуғышынан һуң фронтта көстәр нисбәте ҡырҡа Ҡыҙыл Армия файҙаһына үҙгәрә. Был иһә дөйөм стратегик һөжүмде ойоштороу өсөн ыңғай шарттар тәьмин итә.

Ҡыҙыл Армияның ҡышҡы һөжүме һәм Көнсығыш Украина фронты үҙәгендә вермахттың контрһөжүме барышында көнбайышҡа йүнәлтелгән, тәрәнлеге 150, киңлеге 200 километрға еткән йырын барлыҡҡа килә – уны Курск дуғаһы тип атайҙар. Немец командованиеһы бында хәлиткес һөжүм операцияһы үткәрергә ҡарар итә. Бының өсөн 1943 йылдың апрелендә "Цитадель" кодлы хәрби операция раҫлана. Уның уңышы менән немецтар юғалтылған стратегик инициативаны ҡайтарыуға һәм һуғыш барышын үҙ файҙаһына үҙгәртеүгә өмөт бағлай.

Операция үткәреү өсөн вермахт иң һуғышҡа әҙер ғәскәрҙәрен – дөйөм алғанда 50 дивизия һәм күп һанлы айырым частарҙы йәлеп итте. Немец ғәскәрҙәренең дөйөм төркөмө 900 меңдән ашыу кеше, яҡынса 10 мең туп һәм миномет, 2 мең 758 танк һәм штурм орудиеһы, 2 меңдән бер аҙ күберәк самолет тәшкил итте.

Дошман командованиеһы яңы һуғыш техникаһын – "Тигр" һәм "Пантера" ауыр танктарын, "Фердинанд" штурм орудиеларын, Focke-Wulf FW-190 A истребителдәрен һәм Henschel Hs 129 штурмовиктарын ҡулланыуға ҙур өмөттәр бағланы. Операция планында Курск йүнәлешендә көтмәгәндә үткәрелгән ҡыҫылыусы һөжүмдәр менән совет ғәскәрҙәре төркөмөн ҡамап, юҡ итеү һәм уңыш осрағында һөжүмде тәрәнгә үҫтереү күҙалланған ине.

Курск алышының еңеүҙәге  әһәмиәте

Курск дуғаһы операцияһы фронтта  көстәрҙең Совет ғәскәрҙәре файҙаһына үҙгәртеүенә, уларға стратегик инициативаны тулыһынса нығытыуға һәм дөйөм һөжүмде башлау өсөн

Бынан тыш, уңышлы тактика Германияға уның союздаштарының ҡарашын да күпкә үҙгәртә. Румыния, Венгрия, Болгария илдәренә  һуғыштан сығыуға килтерә. Курск янындағы еңелеүҙән һуң Төркиәнең Германияға союздаш булараҡ  һуғышҡа инмәүенә лә сәбәп булды.

#дорогипобеды#путьпобеды#победа80#подвигнарода#памятипавших



Курск алышындағы еңеүҙең әһәмиәте
Курск алышындағы еңеүҙең әһәмиәте
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас