Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
24 Июль 2025, 16:05

Көрәшселәребеҙ һынатманы

18 июлдән 20-нә тиклем Бөрйән районы Шүлгәнташ ҡурсаулығында Ватанды һаҡлаусылар һәм Махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы сиктәрендә көрәш буйынса «Урал батыр Кубогы» Асыҡ республика турниры үтте.

Көрәшселәребеҙ һынатманыКөрәшселәребеҙ һынатманы
Көрәшселәребеҙ һынатманы

18 июлдән 20-нә тиклем Бөрйән районы Шүлгәнташ ҡурсаулығында Ватанды һаҡлаусылар һәм Махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы сиктәрендә көрәш буйынса «Урал Батыр Кубогы» Асыҡ республика турниры үтте.

Унда 2008 - 2012 йылғы үҫмерҙәр араһында 45 килограмм ауырлыҡта Илмир Тимерғәлин (тренеры И.А. Юлмөхәмәтов), 50 кг ауырлыҡта Алмаз Абдулғужин (А.Х. Хисаметдинов), 60 кг ауырлыҡта Илназ Зөбәйеров (тренеры И.А. Юлмөхәмәтов), 65 кг ауырлыҡта Асҡар Шәйәхмәтов (тренеры И.А. Юлмөхәмәтов), 18-ҙән 25 йәшкә тиклем спортсыларҙан Эльдар Ғиләжетдинов 70 килограмм (тренеры И.А. Юлмөхәмәтов), Фәйзуллин Марсель (75 килограмм), Динислам Фәйзуллин (тренерҙары И.У. Байсурин) 80 килограмм, Нурислам Миннияров 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында (тренеры А.Х. Хисаметдинов) еңеү яуланы.

Йәрәбә буйынса Алмаз Абдулғужин һәм Асҡар Шәйәхмәтов абсолют чемпион булараҡ танылды. Улар башҡорт тоҡомло тай менән бүләкләнде.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас