Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
28 Июль 2025, 17:05

Һәргәйҙә тантаналы митинг үтте

Һәргәй мәсете биләмәһендә яугир-интернационалистар иҫтәлегенә, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Рәсәй һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығына арналған тантаналы митинг үтте.

Һәргәйҙә тантаналы митинг үттеҺәргәйҙә тантаналы митинг үтте
Һәргәйҙә тантаналы митинг үтте

Һәргәй мәсете биләмәһендә яугир-интернационалистар иҫтәлегенә, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Рәсәй һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығына арналған тантаналы митинг үтте.

Сарала Салауат ҡалаһының Рәсәй геройы В.Е. Трубанов исемендәге  «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы вәкилдәре, яугир-интернационалистар, махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары ҡатнашты.

Һәргәй ауылында йәшәүсе хәрби хәрәкәттәр ветераны, мәсет имамы Марат хәҙрәт башланғысы менән яугир-интернационалистарға һәйкәл ҡуйылды.

Митингта ҡатнашыусыларҙы Нөгөш ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы С.А. Буравцова, Салауат ҡалаһының «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы рәйесе М. И. Овсянников һәм Марат хәҙрәт сәләмләне.

Сарала ҡатнашыусылар һәләк булған яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм һәйкәлгә сәскә һалды.

Фото архивтан.

 

Һәргәйҙә тантаналы митинг үтте
Һәргәйҙә тантаналы митинг үтте
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас