

Иҫән ҡайтығыҙсы, уландар!
(МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарға)
Һеҙ бараһы ерҙәр, улым,
Байрам түгел, һуғыш яланы.
Белегеҙ һеҙ, улым, ил яҙмышы -
Һеҙҙең ҡулға тороп ҡалғанын.
Мин ышанам һеҙгә, ил улдары,
Еңерһегеҙ фашист ҡалдығын.
Бер аҙым да артҡа сигенмәгеҙ,
Онотмағыҙ артта ил барын.
Беҙҙең илгә быуын-быуын һуғыш,
Килеп торған – шуны белегеҙ.
Олатайҙар һис бирмәгән ерен,
Тыныс булды Тыуған илебеҙ.
Илде яҡлап һеҙ барағыҙ, улдар,
Хоҙай бирһен һеҙгә һаулыҡтар.
Рухығыҙ һеҙҙең көслө булһын,
Берҙәм булһын бар дуҫтар.
Һеҙ барғанда һуғыш яланына,
Ҡурҡыу белмәй алға атлағыҙ.
Тыуыр таңды, Тыуған илде уйлап,
Бер аҙым да ситкә баҫмағыҙ.
Тыуған илде һаҡлау – Изге бурыс,
Ил ышана һеҙгә - белегеҙ.
Бер аҙым да артҡа сигенмәгеҙ,
Берәү генә тыуған илебеҙ.
Оҙон ғүмер теләп, изге яуға
Оҙатабыҙ һеҙҙе, уландар.
Үҙегеҙҙе данлап, еңеү яулап,
Иҫән ҡайтығыҙсы, туғандар!
Миңтимер КӘРИМОВ.
Ғафури районы, Ерек ауылы.
Автор фотоһы.