Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
4 Август 2025, 01:05

Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған егет йүнәлтмә буйынса вертолет часына хәрби хеҙмәткә ебәрелә.

Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған егет йүнәлтмә буйынса вертолет часына хәрби хеҙмәткә ебәрелә.

- Хәрби бурысыбыҙҙы палаткаларҙа йәшәп башҡара инек. Вазифама ярашлы, иңдә вертолеттарҙы ремонтлау, оҙатыу, ҡаршы алыу кеүек йөкләмәләр. Ул ваҡытта МХО башланыу хаҡында уй башҡа ла килмәй. 2022 йылдың 24 февралендә барыһы ла башланды. Дөрөҫөн әйткәндә, ул иртәлә мин нарядтан ҡайтып, йоҡлай инем. Телефонға төркөмдәштәрҙән, хәрби частан бер өҙлөкһөҙ шылтыратыу килә. Бөтәһе лә борсоулы тауыш менән: «Һин әле ҡайҙа?» тип һорай. Минең бер ни ҙә аңламауымды белгәс, «Ютуб»ҡа инеп, видеолар ҡара әле, һуңынан шылтыратырһың, тип трубканы һалалар. Шул мәлдә ил өсөн көсөргәнешле осор башланғанын аңланым. Күп тә үтмәй, тәүге яралыларҙы, һәләк булғандарҙы ташыу, әсирҙәрҙе сығарыу башланды. Һауаны тәүлек әйләнәһенә туҡтамай осҡан вертолет тауышы яра. Ул саҡта летчиктарға, әлбиттә, бик ауыр булды. Кеше төрлө шарттарға ла яраҡлаша бит ул, тора-бара көсөргәнешле режимға ла өйрәнелде инде, - тип хәтерләй яугир ул мәлдәрҙе.

Махсус хәрби операцияны техник булараҡ ҡаршы алған егеткә осоусы вазифаһын тәҡдим итәләр. Ул был тәҡдимгә риза була һәм 2023 йылдың аҙағында контрактҡа ҡул ҡуя.

Бөгөн яуҙа үҙ бурысын борт операторы булараҡ үтәгән яҡташыбыҙ менән артабанғы һөйләшеү уға йөкләтелгән һәм башҡарылған бурыстарға, вазифаһына бәйле яуаплылыҡҡа барып бәйләнә. Үҙе әйтеүенсә, уларҙың эше мөһим булһа ла, әллә ни күҙгә ташланып бармай. Егеттәр экипаж составында ебәрелгән хәрби заданиелар үтәү, дошманға ҡарата ҡаршылыҡ ҡуйыу, уның төрлө ҡоролмаһынан һөжүм төркөмөн ҡурсалау кеүек бурыстар атҡара.  

- Яуҙа һәр кем иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Мәҫәлән, техник бер шөрөптө бороп еткермәгән икән, хәүефле хәл килеп тыуыуы көн кеүек асыҡ. Летчиктар әйтмешләй, һауала ерҙәге кеүек, юл ситенә туҡтап, вертолетыңды тикшереп булмай, - ти яҡташыбыҙ...

Мәҡәлә тулыһынса баҫма биттәрендә донңъя күрҙе.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас