

Учалы ҡалаһында Урал батырға һәйкәл ҡуйыла. Ҡаланың Дан стелаһы эргәһендәге биләмәлә "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы геройына һәйкәлде урынлаштыра башлағандар.
Скульптура авторы - Фәнил Мөслимов.
Ул Урал батырҙы арыҫланға атланған килеш һынландырған. Һәйкәлдең бейеклеге 8 метр.
Уны эшләргә "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге" конкурсында еңеү ярҙам иткән.
Сығанаҡ: Ҡурай-Тв
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.