

Башҡортостанда 22 августан 27 авгусҡа тиклем Армия мәҙәниәте көндәре үтә.
Уның сиктәрендә баш ҡалабыҙ Өфөлә классик музыка фестивале РФ Оборона министрлығының ижади коллективтары сығыштары, Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар асыҡ конкурсы, шулай уҡ күргәҙмә ойошторола, концерт һәм кино күрһәтелә.
Районда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусы, республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналған төрлө илһөйәрлек саралары уҙа.
Бөгөн илебеҙ Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнөн билдәләй.
Тарихи дата айҡанлы ҡаланың «Мәңгелек ут» һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте.
Илһөйәрлек сараһында район-ҡала биләмәһе хакимиәттәре, предприятиелар, йәмәғәт, ирекмәндәр һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре төрлө йылдарҙа Тыуған ил азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә һәләк булғандар иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтте.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, был байрамдың роле һәм әһәмиәте хаҡында һөйләне. Дәүләт флагы - Рәсәй халҡы берҙәмлегенең, ныҡлығының, ғорурлығының ҡеүәтле символы.
Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр ҙә тап ошо флаг менән Ватанды һаҡлай, уның бойондороҡһоҙлоғон, халҡына хәүефһеҙлек тәьмин итә.
Өс төҫ - аҡ, күк, ҡыҙыл - ябай төҫтәр генә түгел, күп быуатлыҡ тарих, Бөйөк Еңеү, киләсәккә ныҡлы ышаныс.
Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тәүге триколор Рәсәйҙә XVII быуатта, Алексей Михайлович батшалыҡ иткән осорҙа барлыҡҡа килгән. 1991 йылда ул илебеҙҙә азатлыҡ, өмөт, миллиондаған йөрәктең берләшеүе символы булараҡ ҡабаттан балҡыны.
Автор фотолары.