

Мәңгелеккә киттең был донъянан,
Күҙҙәремдән йәштәр ҡойола.
Бергә уҙған ғүмер юлдарыбыҙ,
Миҙгел генә булып тойола.
Һиҫкәнеп уянып китәм ҡай саҡ,
Яндарымда һиндер бар кеүек.
Тик.. көҙгө ямғыр бәрә тәҙерәгә,
Елгә асыу итеп ярһыған..
"Ник уяндым инде! Ниңә генә!"-
Ҡабат битәрләйем үҙемде.
Татлы төшөм дауам итер кеүек,
Сытырҙатып йомһам күҙемде..
Юҡ шул инде!.. Ниндәй кеше инең!
Донъя баһалары торорлоҡ!
Ҡалған ғүмерем һинһеҙ үтер инде,
Һалҡын түшәк - ҡырыҫ ысынбарлыҡ!
"Түҙем бул! Һин көслө бит!"- тиҙәр,
Нисек йәшерәм күңел тулыуын?
Мин тырышам инде, тик шулай ҙа,
Ауыр икән көслө булыуы!
Ынйы ҡарҙар һинең ҡәбереңде,
Мамыҡ кеүек төрөп алалар.
Бар донъяны ап-аҡ төҫкә күмеп,
Яуалар ҙа ҡарҙар яуалар..
Йөрәгемдә һыҡрай яралар...
Йәндәремә ниндәй дауа бар?
Айҙар Хәлиуллин.
"Уҡы, Татарстан" төркөмөнән алынды.
Автор фотоһы.