

Сарала район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, Татарстан Республикаһының фәндәр Академияһы институты фәнни белгесе Искәндәр Ғиләжев, Ғ.Туҡай исемендәге мәҙәни коммуникациялар һәм филология институты уҡытыусыһы Лилиә Саттарова, Татарстан Республикаһы Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты директоры Раил Фәхретдинов, Бөтә донъя татарҙар конгресының махсус проекттар буйынса комитет начальнигы Алмаз Хәлиуллин һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Горельеф асылғандан һуң ҡунаҡтар музейҙа Фуат Булатов иҫтәлеген мәңгеләштерелгән стенд менән танышты.
Мәғлүмәт өсөн: Фоат Зыятдин улы Булатов 1913 йылдың 23 февралендә Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез ауылында тыуа. 1916 йылда Булатовтар ғаиләһе Ырымбур ҡалаһына күсенә. Унда Муса Йәлил ғаиләһе менән күршелә йәшәйҙәр. 1935 йылда Ҡазан коммуналь төҙөлөш инженерҙары институтын тамамлай һәм ошонда уҡ төҙөүсе-инженер булып эшләй. Институтты тамамлағас, Фоат Булатовты Ҡырымға юл төҙөргә ебәрәләр. 1940 йылда армияға алына. Һуғыштың беренсе көндәрендә солғанышта ҡала. Әсирлектә ул «Волга-Урал» гәзитендә эшләй, листовкалар баҫтыра һәм тарата. 1944 йылдың 25 авгусында теүәл 81 йыл элек СССР-ҙың 11 патриоты, шул иҫәптән Фуат Булатов та язалап үлтерелә.