

Бөгөн район - ара ведомствонан тыш һаҡ бүлеге - «Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Башҡортостан Республикаһы буйынса ведомствонан тыш һаҡ идаралығы» федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалында отставкалағы полиция капитаны, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Алмаз Вәлиуллин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу буйынса тантаналы митинг уҙҙы.
Унда Алмаз Йәғфәр улының яҡындары, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, Рәсәй Гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары полковник Евгений Лисица, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары Ринат Ғибәҙуллин, район-ара прокурор Альберт Ғизәттулин, район эске эштәр бүлеге начальнигы полковник Сергей Сидоров, имам-хатиб Зәбир Яҡшыев, «Союзпромптица» йәмғиәте директоры Марат Ғайсин, яугирҙең хеҙмәттәштәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Мемориаль таҡтаташ асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычковҡа һәм Рәсәй Гвардияһының республика буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары полковник Евгений Лисицаға тапшырылды.-
Беҙ бар ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлаған яҡташыбыҙҙы мәңге хәтерҙә һаҡларға һәм йәш быуынды уның өлгөһөндә тәрбиәләргә бурыслы, - тине Геннадий Александрович.
Тыуған ил именлеге өсөн көрәштә батырҙарса һәләк булған яугир бер минут тынлыҡта иҫкә алынды.
Алмаз Йәғфәр улы Вәлиуллин 1977 йылдың 25 мартында Өфө ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 1-се гимназияһын тамамлағандан һуң, 1994 йылда Башҡорт иҡтисад-хоҡуҡ колледжының «Хоҡуҡ белеме» бүлегенә уҡырға инә.
1999 йылдың 25 декабренән 2001 йылдың 5 октябренә тиклем РФ Ҡораллы көстәр сафында хәрби хеҙмәтен үтәй.
2002 йылдың майынан 2021 йылдың 2 декабренә тиклем район - ара ведомствонан тыш һаҡ бүлеге - «Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Башҡортостан Республикаһы буйынса ведомствонан тыш һаҡ идаралығы» федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалында рота командиры урынбаҫары (хеҙмәт буйынса) вазифаһында хеҙмәт итә. Полиция капитаны. Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәре пенсионеры.
Артабан «Урал» («Индюшкин») ҡошсолоҡ комплексында оператор булып эшләй.
2022 йылдың 26 сентябрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн яуға саҡырыла.
2024 йылдың 15 майында Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы Шайморатов һәм Жуков миҙалдары менән баһалана (үлгәндән һуң).
Автор фотолары.