Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
1 Сентябрь 2025, 09:50

Cтудент тормошона рәхим итегеҙ!

Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжы сираттағы уҡыу йылын башланы.

Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжы сираттағы уҡыу йылын башланы. Бөгөн унда беренсе курс студенттары өсөн тантаналы йыйылыш үтте. Быйыл уҡыу йортона 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡабул ителгән.

Байрам сараһын асып, колледж директоры Айрат Аллабирҙин студенттарҙы, ата-әсәләрҙе һәм педагогтарҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотланы, киләсәген колледж менән бәйләгән һәр студентҡа изге теләктәрен еткерҙе.

Уҡыусыларҙы ҡотларға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны.

Белем көнөнә арналған байрам сараһы бай йөкмәткеле концерт менән үрелеп барҙы.  

Тантананан һуң студенттар класс етәкселәре менән үҙҙәре уҡыясаҡ аудиторияларға таралды.

Автор фотолары. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас