Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
2 Сентябрь 2025, 12:50

Стоматология кабинеты асылды

Республикала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Юғарыға ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә «Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү буйынса эш йәйелдерелгәйне.

Стоматология кабинеты асылдыСтоматология кабинеты асылды
Стоматология кабинеты асылды

Республикала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған «Юғарыға ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә «Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү буйынса эш йәйелдерелгәйне.

Проект сиктәрендә 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары асыу күҙ уңында тотола. Уҡыусылары аҙыраҡ булған мәктәптәрҙе теш табибы поликлиникала ҡабул итә.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан раҫланған «2025 йылда белем биреү ойошмаларын үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға - стоматология кабинеттарын реновациялау»ға республика бюджетынан субсидия ярҙамы тейешле белем биреү учреждениелары исемлегенә ҡаланың 4-се мәктәбе лә ингәйне.

Унда 2 сентябрҙә теш дауалау кабинетын асыу тантанаһы үтте.

Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, үҙәк район дауаханаһы баш врачы урынбаҫары Роза Солтангирова, стоматология поликлиникаһы мөдире Фәүриә..., эшҡыуар Айҙар Шәкүров ҡатнашты.

- Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тәҡдиме менән һәр мәктәптә теш дауалау кабинеты булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан проект бик кәрәкле. Ул уҡыусыларҙың һаулығын тикшереп, сирҙе ваҡытында дауалау мөмкинлеге бирә. Заманса уңайлы шарттары һәм ҡорамалдары булған кабинетты реновациялауҙа ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәт белдерәм, - тине Геннадий Александрович.

Сара барышында белем биреү учреждениеһы директоры Юрий Зайцев спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткән өсөн эшҡыуар Айҙар Шәкүровҡа Рәхмәт хат тапшырҙы.

«Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған дауалау бүлмәһе бөтөнләй башҡа төҫ алған.

Мәктәп уҡыусыларын һәм уҡытыусыларҙы тәжрибәле врач Светлана Старцева ҡабул итәсәк.

Теш дауалау кабинетын асыу хоҡуғы  һәм 4-се мәктәп директоры Юрий Зайцевҡа тапшырылды.

 Яңы уҡыу йылында 4-се мәктәптә белем алған уҡыусылар һәм унда эшләгән педагогтар бындай уңайлыҡтың мөһимлеген билдәләй.

 

Республика Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

- Иң ҙур мәктәптәрҙә хәҙер заманса стоматология кабинеттары бар. Уларҙа тәжрибәле теш табиптары эшләй. Шуға күрә уҡыусыларға мөрәжәғәт итәм: теш дауаларға ҡурҡмай барығыҙ һәм мәктәпте тамамлағанда матур тештәрегеҙ менән йылмайып сығығыҙ.

Автор фотолары. 

Стоматология кабинеты асылды
Стоматология кабинеты асылды
Стоматология кабинеты асылды
Стоматология кабинеты асылды
Стоматология кабинеты асылды
Стоматология кабинеты асылды
Стоматология кабинеты асылды
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас