Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
8 Сентябрь 2025, 01:05

Һайлар инем...

-Әсәй, һеҙ мине ямаҡооой итеп ,,эштәгәнегеҙ..."

Һайлар инем...Һайлар инем...
Һайлар инем...

Беҙҙең ҙур көҙгөлө шифоньерыбыҙ бар. Шул көҙгө ҡаршыһына баҫып, үҙемдең ,,кәмселектәремде таныр" йәшкә еткәнмен. Алтылар тирәһелер инде миңә: йә ҡаты етен сәстәрем оҡшамай, йә танауым... Сикәләге соҡорҙарым да эсемде бошора.
Кәүҙәм дә бигерәк йоҡа,а яҡтарым ептәй генә.
,,Шу тиктем дә әрүәхһегеҙ инде ",- күрше инәмдең ҡыҙҙары беҙҙе шулайтып ,,яраталар"
Бына тағы көҙгөләге үҙемә мөкиббән киткәнмен:
-Әсәй, һеҙ мине ямаҡооой итеп ,,эштәгәнегеҙ..."- шулай тимен дә, ойоҡтарымдың эсенә ,,осло даға" итеп тығып ҡуйған кәтүктәрҙе тыҡылдығы сығарып, көҙгөгә лә, әсәйемә лә үсегеп, ҡаш аҫтынан һөҙә ҡарап сығып китәм.
-Аһ,аһ!Аллаһы Тәғәлә шулайтып яратҡас...Ни хәл итмәк...-әсәй шулай ,тип тороп ҡала.
-Аллаһы Тәғәләне әйтер инем...-ойоғом эсендәге кәтүгем ҡыйшайып китеп,тупһанан ергә тәкмәсләп барып төшәм.
-Алла һуҡты...-салҡанан ятҡан килеш зәп-зәңгәр генә һауаны тишә яҙып күҙәтәм-харап,ҡайҙа тора икән ҡарап?
Беҙҙе Яратыусыбыҙға һорауым бихисап:нишләп беҙҙең аҫҡы урам апайҙарын,еңгәйҙәрен,инәйҙәрен бөйөк рәссамдарҙың киндеренән ,,төшкән "һымаҡ гүзәл итеп яратҡанһың да,миңә сибәрлекте әҙ генә йәлләгәнһең?Күҙҙәремдең һоролоғо,ауыҙымдың бәләкәс булыуы оҡшай ул былай үҙемә!
Аһ...Әллә ергә ,,төшөрмәҫ" элек, Аллаһы Тәғәләбеҙ, буй-һындарыбыҙҙы,күҙ-ҡаштарыбыҙҙы,ауыҙ-морондарыбыҙҙы,енесебеҙҙе һайлап алыу мөмкинселеген үҙебеҙгә биргән микән дә,мин үҙемде Үҙем һайлағанмындыр?Ерҙәге атай-әсәйемде,туғандарымды?Ҡайһы Ерҙә тыуасағымды ла фәҡәт үҙем хәл иткәнмендер?Шунан Күктәрҙән Ергә,, төшөп еткәнсе "онотҡанмындыр?
Тупһанан ергә ҡолағансы баш зыңҡыны.Ә Күктән ҡолаһаң?Канишныыы,онотаһың!!
Күлдәгемдең итәген ҡағыштырып, ойоҡ эсендәге,,дағаларҙы" төҙәтеп кейәм дә,башымды юғары сөйөп, тыҡ-тыҡ атлап китәм.
Илле йыллап ваҡыт үткән.
Хоҙайыма бер ни үпкәм юҡ-шөкөр ҡылам!
Бейектәрҙә-Күктәрҙә тағы ла ,һайлап алыу мөмкинселеге булһа, уларҙың үҙҙәрен: атайымды ,әсәйемде ,туғандарымды,балаларымды тағы ла һайлар инем.
Үҙемде лә!
С. Тамимдар.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас