

Йәшләй генә тол ҡалып, улдарын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған: уҡытҡан, белем һәм тәрбиә биргән, әрмегә оҙатып, унан көтөп алған Минзилә Әхмәддин ҡыҙына тормошта бик күп ауырлыҡ күрергә, бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килһә лә, ул бирешмәй, үҙендә йәшәргә көс таба.
Бөгөн көслө рухлы апай үҙенең йөрәк йылыһын яуҙағы һәр һалдатҡа бүлеп бирергә әҙер. Уның урындағы төрлө йәмәғәт ойошмалары, «Йөрәк саҡырыуы буйынса» ирекмәндәр хәрәкәте аша яу ҡырына ебәргән ярҙамын һанап та, баһалап та бөтөрлөк түгел.
Күптән түгел ул яуҙағыларға даими ярҙам күрһәткәне өсөн «Рәсәй ирекмәненә» миҙалы менән бүләкләнде. Оло йөрәкле яҡташыбыҙға медицина ротаһы, 137-се айырым мотоуҡсылар (штурм) бригадаһы командиры И. Пронский имзаһы менән раҫланған Рәхмәт хаты ла тапшырылды.
Унда: «Ватаныбыҙ Рәсәй өлөшөнә төшкән ҡатмарлы осорҙа күрһәткән изге эштәрегеҙ өсөн һеҙгә ихтирам белдерәбеҙ. Ысын күңелдән рух ныҡлығы, илһам һәм тормошоғоҙҙа сағыу ваҡиғалар булыуын теләйбеҙ» тигән һүҙҙәр бар.
Алыҫтан килгән йылы теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм именлек һағындағы һалдаттарҙы хәстәрләгән яугир әсәһенә оло рәхмәт белдерәбеҙ.
Автор фотоһы.