

Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында Рәсәйҙә Бөйөк Еңеүгә - 80, Ватанды һаҡлаусы, республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен хәстәрләү йылы сиктәрендә "Ҡаһармандар осоро" тип исемләнгән сираттағы хәйриә концерты ҡуйылды. Уны ҡала мәҙәниәт һарайы, райондың ҡатын-ҡыҙҙар һәм атайҙар советы ойошторҙо. Концерттан йыйылған аҡса ил именлеге һағындағы яугирҙәрҙе хәстәрләүгә йүнәлтеләсәк.
Автор фотолары.