

Паспорт алған мәлдән кеше үҙен Ватанының тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тоя башлай.
Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайының конференц-залында ун дүрт йәше тулған 1о үҫмергә шәхесен раҫлаусы тәүге документ тапшырылды.
Йәштәр тормошондағы мөһим ваҡиғаға бәйле ҡыуанысты уларҙың ата-әсәләре һәм яҡын кешеләре лә уртаҡлашты.
Илдең тулы хоҡуҡлы гражданы булыуҙы раҫлаған документты ҡулға алған көндән башлап гражданлыҡ бурысы һәм яуаплылыҡ арта. Рәсәй гражданы булыу - Тыуған илгә хеҙмәт итеү һәм уның мәнфәғәтен яҡлау, үҙ ғәмәлдәрең өсөн яуап биреү тигән һүҙ. Йәштәрҙең Ватандың лайыҡлы кешеләре булыуын теләйбеҙ!
Автор фотолары.