

Районға хас һоҡланғыс тәбиғәт хазинаһынан иң билдәле ете урынды айырып күрһәтергә мөмкин:
Күперле шарлауығы һәм Карст күпере Башҡортостандан ситтә лә билдәле урын. Яҙын ул айырыуса матур, көслө һыу ағымы, ҡояшта уйнап, өс баҫҡыс буйлап Нөгөш йылғаһына төшә. Күперле үҙ һыҙаттарында ваҡыт һәм стихия баҫымы аҫтында емерелеп төшкән элекке мәмерйә хәтерен һаҡлай. Тәбиғәт ҡомартҡылары республиканың иң мауыҡтырғыс урындарының береһе. Барып етеүе ауыр булһа ла, унан туристар өҙөлмәй.
Ҡотоҡ-Сумған - ер аҫты донъяһы, спелеология майҙансығы. Тәжрибәле спелеолог өсөн бында күп кимәлле юл менән ҡатмарлы лабиринттар тупланған: унда махсус ҡорамалһыҙ инергә ярамай. Ябай кеше өсөн мәмерйәләр ябай, әммә барыһы ла ҡәрҙәштәре кеүек үк ҡыҙыҡлы. Уларҙың эске биҙәлешен сталактит, сталагмит, сталагнат, мәмерйә ынйыһы, геликтит, ер аҫты йылғаһы, күл һәм шарлауыҡтар тәшкил итә.
1967 йылда Нөгөш йылғаһында барлыҡҡа килгән Нөгөш һыуһаҡлағысы - билдәле туристик йүнәлеш. Уның ярында экскурсия өсөн экологик һуҡмаҡтар һалынған, һыу буйлап катер һәм теплоходта серле матурлыҡ йәшеренгән тарлауыҡтарға барып етергә мөмкин. Һыуһаҡлағыстың оҙонлоғо яҡынса 25 километр тәшкил итә, ә максималь тәрәнлеге 31 метрға етә. Юҡҡа ғына был урындарҙы «Икенсе Швейцария» тип атамайҙар.
Көнгәк тауы. Көнгәк һырты - Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан бейек булмаған тау һырты уның көньяҡ өлөшөн ҡосаҡлап ятҡан кеүек. Был урында Ағиҙел менән Көнгәк осраша. Йылға уның күкрәгенә бәрелгәс, тау алдында бер аҙ көсөн юғалтып, уны урап аға. Ҡулса быуаттар буйына яйлап тарая бара. Көнгәк ҡуйы урман менән ҡапланған. Уның түбәһенән тирә-яҡҡа һоҡланғыс күренеш асылып, тирә-яҡҡа һоҡланырға, 1812 йылда башҡорт яугирҙәре Ватан һуғышына юлланыр алдынан йыйылған урында тарихи рух тойорға теләгән сәйәхәтсе һәм туристы йәлеп итә.
Унда 2012 йылда геройҙар һәм Еңеүҙең 200 йыллығы хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла.
Көнгәк тауы һырты итәгендә халыҡта Гөбөргәйел күле тип йөрөтөлгән ҙур булмаған, әммә оҙон күл йәшеренгән. Исеменән күренеүенсә, Йомағужа һыуһаҡлағысы төҙөлгәнгә тиклем унда беҙҙең тәбиғәткә яраҡлашҡан ташбаҡалар йәшәгән. Әммә һалҡын һыу ағып төшөү сәбәпле ятҡылыҡта температура режимы боҙолғас, һөйрәлеүселәргә был урында үҙ нәҫелен дауам итеү уңайһыҙ була. Бөгөн уларҙың бөтөнләй юғалғанмы-юҡмы икәне билдәле түгел, әммә, һәр хәлдә, ташбаҡа менән осрашыу тураһында мәғлүмәт юҡ. «Көнгәк» зоология заказнигы шул һирәк осраған һөйрәлеүселәрҙе һаҡлау өсөн дә булдырылған була.
Нөгөш йылғаһының һул ярында үҙ тарихын һаҡлаған Таллы тауы йәйрәп ята. Тауҙан тирә-яҡ ауылдарға иҫ киткес матур күренеш асыла. Уның Түбәнге Таш ауылына ҡараған битләүенең береһендә үҫкән ағастар ғәрәп телендә «Аллаһ» һүҙен барлыҡҡа килтергән. Тау түбәһендә, ҡая башланған урындағы ҡыуаҡтар араһында, хазиналар мәмерйәһе - Аҡ мәсет йәшеренгән. Легенда буйынса, унда һаман да иҫәпһеҙ-һанһыҙ байлыҡ бар, тик уларҙы хазина эҙләүселәр бөгөн дә тиклем эҙләп таба алмай. Ошонда уҡ «Башҡортостан» милли паркының «Таллы» экологик һуҡмағы тамамланып, Нөгөш һыуһаҡлағысына иҫ киткес матур күренеш асыла.
Воскресенский баҡыр иретеү заводы тарихы 1745 йылда башлана. Ул үҙ заманының иң ҙур һәм боронғо заводтарының береһе була. Тарихи мәғлүмәткә ярашлы, ул сембер сауҙагәрҙәре И.Б. Твердышев һәм И.С. Мясников тарафынан төҙөлөп, күп тапҡыр хужаһын алмаштырған, хатта инглиз компанияһы ҡулына эләккән. Баҡыр иретеп, уны Ағиҙел йылғаһы буйлап ағыҙған завод пушкалар менән һаҡлана, ҡарауыл тәүлек әйләнәһенә уяу хеҙмәт итә. Тәүге хеҙмәткәрҙәр каторжник һәм һөргөнгә ебәрелгәндәр була, ваҡыт үтеү менән уларҙы Рәсәйҙең үҙәк райондарынан күсеп килеүселәр алмаштыра. Тирә-яҡтағы баҡыр запасы менән бергә етештереүсәнлек кәмегәс, суйын иретеп маташалар. 1913 йылда завод тулыһынса ябыла. Бөгөн байтаҡ үҙгәреш кисергән, төҙөкләндерелгән тарихи урында экскурсиялар үтә.
2025 йылда Воскресенский баҡыр иретеү заводы ЮНЕСКО составына инә.
Илнур БАЙГИЛДИН.
Автор фотоһы.