Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
7 Ноябрь 2025, 00:05

Бөгөн - 7 ноябрь

Ҡасандыр был көн календарҙың "ҡыҙыл көнө" ине.

Бөгөн - 7 ноябрьБөгөн - 7 ноябрь
Бөгөн - 7 ноябрь

Ул замандарҙан бирле байтаҡ ваҡыт үтһә лә, талпынып Октябрь байрамына әҙерләнеү, шиғыр ятлау, йыр өйрәнеү күптәр күңелендә әле булһа матур бер хәтирә булып һаҡлана. Октябрят, пионер булып, күкрәккә Ленин значогын таҡҡанда бер башҡа үҫеп киткәндәй тойоп йөрөгән көндәр оноторлоҡмо ни!

Бөгөн райондың "Һуғыш йылдары балалары" йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡаланың үҙәк майҙанында урынлашҡан Владимир Ленин һәйкәле янына йыйылып, тормоштарындағы матур осорҙо хәтергә алып, хәтирәләре менән бүлеште, ялҡынлы шиғырҙар уҡыны. Сара һуңында улар Ильич һәйкәленә сәскә һалды.

Өлкәндәр һәр ваҡыт изге теләктә: "Ерҙә тыныслыҡ, именлек булһын, дәүләттәр, халыҡтар татыу йәшәһен, балалар бәхетле үҫһен!"

Автор фотолары. 

Бөгөн - 7 ноябрь
Бөгөн - 7 ноябрь
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас