

14 ноябрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында «Айыҡ ауыл» VII республика конкурсы сараларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте.
Сарала район хакимиәте вәкилдәре, эшҡыуарҙар һәм әүҙем йәмәғәтселәр ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы буйынса республикала старт алған конкурс айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға, эскелекте иҫкәртеү буйынса эш алып барылған биләмәләрҙе асыҡлауға, дәртләндереүгә йүнәлтелгән.
Кәңәшмәне асып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков сараның маҡсаты һәм мөһимлеге хаҡында һөйләне.
Артабан конкурс проекты етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаларының демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе, медицина фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева «Айыҡ ауыл» республика конкурсын тормошҡа ашырыу тураһында» темаһына арналған презентация менән сығыш яһаны.
Мәләүездәр алдында билдәле яҡташтарыбыҙ - Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаеваны һәм республиканың Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры урынбаҫары Илһам Бикбулатов та сығыш яһаны. Улар райондаштары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо белдерҙе, үҙ ауылдаштарына, конкурстың әүҙем ҡатнашыусыларына һәм ойоштороусыларына рәхмәт һүҙе еткерҙе.
Ҡалала ойошторолған кәңәшмә райондың 2022-2023 йылдарҙа «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүсе Смаҡ ауылында дауам итте. Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы биләмәгә ингән урындағы өс башҡорт ҡәбиләһе: тамъян, юрматы һәм ҡыпсаҡтарға арналған стела менән таныштырҙы. Иҫтәлекле урынға сәскәләр һалынды.
Мәртәбәле ҡунаҡтар урындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты эше менән танышты, смаҡтарҙың конкурста еңгән аҡсаға асфальт түшәгән ауыл урамын ҡаранылар.
Һуңынан ауыл мәҙәниәт йортонда биләмә халҡы менән осрашыу үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, «Айыҡ ауыл» конкурсы етәксеһе Сәлиә Мырҙабаева халыҡ өсөн кәрәкле проект йүнәлеше, ҡаҙаныштар, киләсәккә маҡсаттар тураһында һөйләне.
БР Финанс министрлығы ҡарамағындағы финанс тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Евгений Декатов финанс белем нигеҙҙәре тураһында мәғлүмәт бирҙе, урындағы китапханаға китаптар тапшырҙы.
Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Илһам Бикбулатов ведомство эшенең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне, йәмғиәт өсөн конкурстың әһәмиәтен билдәләне.
Сара барышында Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы конкурс активистарын бүләкләне.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәле яҡташыбыҙ, яҙыусы Динис Бүләков музейында булды. Улар шулай уҡ смаҡтарҙың махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеү буйынса ойошторолған ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән дә танышты.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашып, һәр кемдең, хатта иң бәләкәй ауылдың да, үҙ-үҙен танытыу мөмкинлеге бар. Иң мөһиме - халыҡтың әүҙемлеге һәм еңеүгә ынтылышы.
Автор фотолары.