

Дәрес дәүләт телдәрендә Гимн башҡарыуҙан башланды. Артабан Гөлнур Мәрхәметдин ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт атлылары дивизияһының батырлығы, уны етәкләгән Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлы хаҡында һөйләне. Әлеге көндә Өфөнөң Cовет майҙанын биҙәгән мөһәбәт һәйкәл күрһәтелде, уның тураһында мәғлүмәт бирелде, шиғырҙар яңғыраны. Аҙаҡ күмәкләп "Шайморатов генерал" йырын башҡарҙылар, башҡорт батырҙары исҽмдәрен иҫкә төшөрҙөләр.
Cарала ҡатнашыусы йыр буйынса байтаҡ конкурстар лауреаты Рәйхана Хафизова аһәңле "Ир егеткәй" халыҡ йырын башҡарҙы. Ошо юлдарҙың авторы үҙенң балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Cара аҙағында кескәйҙәр өсөн сығарылған "Аҡбуҙат" журналы тураһында һөйләп, унда баҫылған шиғырҙар уҡылды. Ә инде "Йәшерәм яулыҡ" уйыны балаларҙа оло йәнлелек тыуҙырҙы. Моғайын, фәһемле сара кескәйҙәрҙең күңеленә уйылып ҡалыр.
Мәрйәм КҮСМӘЕВА,
әҙәби берекмә етәксеһе.