Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
26 Ноябрь 2025, 02:05

Аптраҡтар һалдаттарҙы ташламай

Бөгөн беҙҙең арала яугирҙәргә ярҙам күрһәтмәгән, улар хаҡында хәстәрлек күрмәгән бер кеше лә юҡтыр.

Аптраҡтар һалдаттарҙы ташламайАптраҡтар һалдаттарҙы ташламай
Аптраҡтар һалдаттарҙы ташламай

Бөгөн беҙҙең арала яугирҙәргә ярҙам күрһәтмәгән, улар хаҡында хәстәрлек күрмәгән бер кеше лә юҡтыр. Һәр кем ҡулынан килгәнде эшләргә тырыша.

Ҡалала йәшәгәндәр генә түгел, ауылдыҡылар ҙа редакция бинаһында урынлашҡан цехҡа килеп, һаҡлыҡ селтәре үрә, кәрәк-яраҡ килтерә.

Халҡыбыҙҙың әүҙемлеген һәм берҙәмлеген күреп күңел ҡыуана. Ошо көндәрҙә быға тиклем дә яугирҙәрҙе ярҙамдан ташламаған, хәрбиҙәргә кәрәкле әйберҙәр йыйып, посылкалар әҙерләп тапшырып торған Аптраҡ ауыл биләмәһе халҡы алғы һыҙыҡҡа ебәрер өсөн тупланма килтерҙе.

Райондаштар изге теләктәр теләп үрелгән һаҡлыҡ селтәре, күңел йылыһы ҡушып бешерелгән сөсө икмәк, дарыу, шәхси гигиена саралары, аҙыҡ-түлек, тыуған яҡ тупрағында үҫкән үләндәрҙән әҙерләнгән сәй һәм башҡа бик күп әйбер туплаған.   

«Ир-егеттәрҙе беҙ уҡыған доға, күмәкләп теләгән теләк дошман ҡорған мәкерле тоҙаҡтан ҡотҡарһын, ебәргән әйберҙәр сәләм һәм күстәнәс булып барып етһен ине», - ти яҡташтар.

Биләмәлә йәшәгән һәр кем ҡылған изге ғәмәле менән Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә, ил һаҡсыларына көс-ҡеүәт бирергә тырыша.

Киң күңелле кешеләргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.

Автор фотолары. 

Аптраҡтар һалдаттарҙы ташламай
Аптраҡтар һалдаттарҙы ташламай
Аптраҡтар һалдаттарҙы ташламай
Аптраҡтар һалдаттарҙы ташламай
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас