Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
26 Ноябрь 2025, 03:05

Рәхмәт һеҙгә, Нәжметдиновтар!

Ҡалала йәшәгәндәр генә түгел, ауылдыҡылар ҙа редакция бинаһында урынлашҡан цехҡа килеп, һаҡлыҡ селтәре үрә, кәрәк-яраҡ килтерә. Халҡыбыҙҙың әүҙемлеген һәм берҙәмлеген күреп күңел ҡыуана.

Рәхмәт һеҙгә, Нәжметдиновтар!Рәхмәт һеҙгә, Нәжметдиновтар!
Рәхмәт һеҙгә, Нәжметдиновтар!

Муллағол ауылында йәшәгән Гөлнара һәм Риф Нәжметдиновтар ғаиләһе лә «Көнгәк» гәзите редакцияһы иғлан иткән «Һалдатты хәстәрләйек!» акцияһына ҡушылды.

Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн күк һәм һары мәтрүшкәнән, кейәү үләненән байтаҡ сәй әҙерләгән.

- Ҡатыным менән яланға сығып, һалдаттарға ебәрербеҙ, тигән ниәт менән шифалы үләндәр йыйып киптереп, турап, махсус тоҡсайҙарға тултырып ҡуйғайныҡ. Райондан алғы һыҙыҡҡа гумконвой барасағын белгәс, килтереп өлгөртәйек тип ашыҡтыҡ, - ти Риф ағай.

Аптраҡ биләмәһенән килгән хәстәрлек тупланмаһы ошо көндәрҙә хәрбиҙәргә оҙатыласаҡ.

Теләгән теләктәрҙең тормошҡа ашыуын, һәр һалдаттың имен-аман әйләнеп ҡайтыуын күрергә яҙһын.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас