Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
30 Ноябрь 2025, 01:05

Кеше ғүмере баш осонан иҫеп үткән ел генә...

1932 йылда райондың Кинйәбай ауылында тыуып, бөгөн Ҡотошта йәшәгән ағинәй, 93 йәшлек Шәмсениса Әбүтәсова төрлө заман ауырлыҡ-һынауын лайыҡлы үткән быуын вәкиле.

Кеше ғүмере баш осонан иҫеп үткән ел генә...Кеше ғүмере баш осонан иҫеп үткән ел генә...
Кеше ғүмере баш осонан иҫеп үткән ел генә...

1932 йылда райондың Кинйәбай ауылында тыуып, бөгөн Ҡотошта йәшәгән ағинәй, 93 йәшлек Шәмсениса Әбүтәсова төрлө заман ауырлыҡ-һынауын лайыҡлы үткән быуын вәкиле.

Туҡһан өс йыл ғүмер үҙ эсенә байтаҡ хәл-ваҡиғаны һыйҙыра. Шәмсениса инәйҙең яҙмышы еңел булмаған йылдарҙа йәшәгән күп кешеләрҙекенә оҡшаш. Ул - төрлө осорҙоң һынылышлы мәлен дә, шатлыҡ-ҡыуанысын да кисергән ябай ауыл ҡатыны. Бала һәм үҫмер сағы, йәшлеге Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы осорға тура килһә лә, эшкә тырышлығы,  ныҡышмалылығы ғүмер буйы оҙатып барып, иңенә төшкән ауырлыҡты еңеп сығырға ярҙам итә.

Инәйҙең хәтирәләренең иң тетрәндергесе лә ил өҫтөнә килгән афәт, халыҡ өсөн көсөргәнешле йылдарға бәйле.

Тамағы - ашҡа туймаған, өҫтө кейем күрмәгән ваҡыттарын ул әле булһа тетрәнеп иҫкә ала:

-Дүрт балалы ғаиләлә тыуғанмын. Ашарға ризыҡ юҡ ине бит, ҡыҙым, баҡсанан туң картуф табып алһаҡ, шуға ҡыуана торғайныҡ. Ялан-ҡырҙан үлән йыйып тамаҡ туйҙырҙыҡ.

Бер шулай ауылдан байтаҡ алыҫ ергә бер бабай балтырғанға алып барҙы. Балалар, һеҙ мине көтмәгеҙ, үҙем яйлап ҡайтырмын, тип ултырып ҡалғайны, ҡайтып улына хәбәр иттек. Уныһы барыуына үлеп ултырған да ҡуйған шул бахырҡай.

 Аслыҡ-яланғаслыҡтың үҙәккә үтеүен мәңге оноторлоҡ түгел. Атайым сабата үреп бирер ине. Ағайым менән икебеҙгә бер куфайка булды. Ул Нөгөштән уҡыуҙан ҡайтып инеү менән өҫтөнән һыҙырып алып кейәм дә, мин сығып китәм. Бына шулай йәшәнек. Башҡа мәктәпкә бармайым да, йөрөмәйем дә, тинем дә, дүрт класты бөтөр-бөтмәҫ белем менән тороп ҡалдым инде. Кейемһеҙ, аслы-туҡлы йәйәү йөрөү ыҙалатҡайны.

Йәшләй генә тиҫтер ҡыҙҙарым менән  һәр ҡайһыбыҙ 22-23-шәр һыйыр һауҙыҡ. Ул заманда әлегеләй һауын аппараты юҡ бит, ҡул көсө ине. Фермаға таң һарыһы менән 4-5 саҡрымды йәйәүләп сығып китә, йәйәү ҡайта торғайныҡ. Ямғыр яуамы, ҡармы, зәһәр һалҡын йә һепертмә буранмы - эшкә бармай ҡалып булмай, - ти, инәй, хәтер төйөнөн тағатып.

Ул Ҡотошҡа килгәс, ғүмере буйы Мәжит Ғафури исемендәге колхозда сөгөлдөр үҫтереүсе була. Ире Рауил менән 36 йыл бергә ғүмер итәләр. - Бабайымдың вафатына ун йыл булды. Ғәлимйән улым ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Миңә ҡайтып ярҙамлашып китә. Ике ейәнсәрем бар.

Бөгөнгө тормош шул тиклем матур бит, балам. Бөтә әйбер бар, ашарға ризыҡ етә. Донъя хәбәрен мөйөштә телевизор, өҫтәлдә радио еткереп ултыра. Беҙ үҫкән заманда бындай рәхәтлек булһамы?! Мин бына ошо йәшемә етеп, ҡыйынын үткәреп, рәхәтен күреп, осона сығып ҡарап ултырам,  - ти Шәмсениса инәй.

Ғүмере буйы юғына - сабыр, булғанына шөкөр итеп йәшәгән, оло йәштә лә ғәжәйеп аҡыл асыҡлығын һәм тормошҡа һөйөүен һаҡлап ҡалған ил инәһе матур теләктәрен еткереп, фатихаһын биреп оҙатып ҡалды.

Быуындар бәйләнешен һаҡлай белгәне, ил алдындағы оло хеҙмәте өсөн уның үҙенә лә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас