Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
30 Ноябрь 2025, 03:05

Яугир әсәһе

Мин бөгөн - яугир әсәһе, (Көн - төнөм тыныс ине). Ғүмер баҡый ил ҡайғыһын Күтәргән ир-ат иңе.

Яугир әсәһеЯугир әсәһе
Яугир әсәһе

Мин бөгөн - яугир әсәһе,
(Көн - төнөм тыныс ине).
Ғүмер баҡый ил ҡайғыһын
Күтәргән ир-ат иңе.
Уйымда - балам яҙмышы,
Түгел уйын-хикмәттәр.
Эш-хәстәрҙең олорағы,
Башҡасараҡ ҡиммәттәр...
Аптыратмай мажаралар,
Һоҡланмайым матурға.
Баш эйәм мин әсәләргә,
Яуға киткән батырға.
Кеше хәлен кеше белмәй,
Сер сисмәйем моңһоҙға.
Уйҙарым да уйылырлыҡ,
Көнләшмәйем уйһыҙға.
Ил яҙмышы ҡушҡан юлдан
Атлай беҙҙең уландар,
Хызыр Ильяс юлдаш булһын,
Имен, хаҡ барыр юлдар.
Гүйә үҙем утлы яуҙа,
Көрәштә. Еңел түгел.
Йөрәк кенә арымаһын
Һәм бирешмәһен күңел.
Меңдәр араһында мин дә
Яугир улдың әсәһе.
Бәғерҙәрҙе өтөп ала
Ил ҡойған йәш әсеһе...

Миңнира БИКӘНӘСОВА.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас