Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
1 Декабрь 2025, 05:10

Ҡотлайбыҙ!

Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ, райондың «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Салауат Нурлыбаев та бар.

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа республика ирекмәндәренә - «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына «Хәйриәлек һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн» Почет билдәләре тапшырылды.

Улар араһында яҡташыбыҙ, райондың «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Салауат Нурлыбаев та бар. Салауат Нурғәли улы етәкселегендәге ойошма махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән яугирҙәр хаҡында хәстәрлек күрә, алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә гуманитар ярҙам алып бара.   

Парламенттың яңы наградаһы республика һәм ил тормошонда ирекмәндәрҙең, әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған кешеләрҙең мөһим ролен билдәләү өсөн булдырылған.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев йәмәғәт ирекле хәрәкәтенең әһәмиәтен билдәләне.

«Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатов гуманитар миссияла ҡатнашыусыларҙың ҡаҙаныштарын танығандары өсөн рәхмәт белдерҙе, уларҙың еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшөн юғары баһаланы һәм парламент рәйесенә Советтар Союзы Геройы, Бөтә Рәсәй ветерандар хәрби ойошмаһы рәйесе Борис Громов тураһында китап тапшырҙы.

Осрашыу аҙағында парламент рәйесе бүләкләнеүселәргә һәм уларҙың яҡындарына ныҡлы һаулыҡ, именлек хаҡына эшләү өсөн көс һәм рух ныҡлығы теләне.

Фото шәхси архивтан. 

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас