

Махсус хәрби операция биләмәһенә 2023 йылдың декабрендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, район-ҡала хәрби комиссариаты аша юлланған «Хәлит» ҡушаматлы яугир октябрь айында тыуған яғына әйләнеп ҡайтты.
Ул тыныс тормошта ла үҙенең хәрби дуҫтарын ярҙамынан ташламай. Был эштә уға ҡыҙы ла булышсы. Улар бергәләп магазиндарға йөрөп, һалдаттарға кәрәк-яраҡ һатып ала һәм гуманитар тупланма әҙерләй.
Яҡташыбыҙ шулай уҡ балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен дә хәстәрләй.
- Был эшкә хәрби иптәштәр ҙә үҙ өлөшөн индерә. Хатта госпиталдә дауаланып ятҡандар ҙа кескәйҙәргә бүләккә аҡса күсерҙе. Рәсәйҙең төрлө төбәгенән булған төрлө милләт кешеләрен бер сифат - изге күңеллелек берләштерә.
Һалдаттарға күрһәткән иғтибар өсөн урындағы район хакимиәтенә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен хәстәрләгән «Ватан һаҡсылары» үҙәгенә, барлыҡ миһырбанлы кешеләргә рәхмәт еткерәм һәм Яңы йылда үҙҙәренә һәм яҡындарына именлек теләйем, - ти яугир.
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең баҫма вариантында уҡығыҙ.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәт мәсьәләһе буйынса ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Мәләүез районы хәрби комиссариаты, адресы: Мәләүез ҡалаһы, Ленин урамы, 148-се йорт.
Мәләүез районының агитация пункттары: Мәләүез ҡалаһы, Ленин урамы, 123-сө йорт (ҡала мәҙәниәт һарайы),
Мәләүез ҡалаһы, 31 мкрн., 3-сө йорт (ветерандар советы) Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты, адресы: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156. Телефоны: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Башҡортостан Республикаһының ситуация үҙәгенә 122, (347) 218-19-19 номеры буйынса йәки Мәләүез районының ирекле батальондары штабына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: +7-937-324-66-07, +7917-416-30-86.
Автор фотоһы.