

Башҡарған эше, ҡылған изге ғәмәле хаҡында артыҡ һөйләп бармаған, тыныс ҡына ниндәйҙер дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индереп йәшәгән кешеләр була.
«Изгелек эшлә лә, һыуға һал - халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер» тигән һүҙҙәр ҙә тап шундайҙарға ҡағылышлы.
Эйе, беҙ тегене эшләйбеҙ, быны эшләйбеҙ, тип шауламай, көн дә ҡулынан килгәнде башҡарып, ил һаҡсыһы булған ир-егеттәрҙе хәстәрләп йәшәгән райондаштарыбыҙ бихисап. Шундайҙар рәтенә Иштуған ауылы халҡын да индерергә мөмкин.
Яҡташтарыбыҙ ил һағына баҫҡан һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн «Изгелек» ирекмәнлек ойошмаһы булдырып, районда беренселәрҙән булып маскировка селтәре үрә башлай.
- Ул саҡта әлегеләй әҙер тауар юҡ ине, туҡыманы ауыл буйлап йыйып, буяп мәж килгән саҡтар булды. Тирә-яҡта аш һеркәһе еҫе аңҡып торҙо, - тип һөйләй ойошма ағзалары.
Мәҡәләбеҙ геройҙары, был эштең уртаһында ҡайнаған кешеләр Флүсә һәм Флүр Әминевтар менән һаҡлыҡ селтәре үргән, окоп өсөн майшәм ҡойған урында таныштыҡ.
Ғаилә башлығы 1979-1981 йылдарҙа Афғанстандағы хәрби бәрелештә ҡатнашҡан кеше булараҡ, махсус хәрби операция яугирҙәренең хәлен, көнкүрешен яҡшы аңлай. Шуға ла, хәстәрлек эшен ваҡытын йәлләмәй, бар күңелен һалып башҡара.
- Төрлө аҙыҡ-түлектән бушаған ҡалай банка, консерваларҙы алдан таҙартып, әҙерләп ҡуям. Уларҙы беҙгә кешеләр килтерә, - ти Флүр ағай.
Ярай, ҡалала ҡалай һауытты табыу еңелерәктер, ни тиһәң дә, унда халыҡ та күп, мөмкинлектәр ҙә башҡаса, ә бына ауыл ерендәгеләр көн дә консервалы ризыҡ ашап ултырмай ҙа, тип аптырабыраҡ ҡалынғайны. Баҡһаң, иштуғандар был мәсьәләне хәл итеү юлын да тапҡан: уларға майшәм ҡойор өсөн ҡулланылған һауыттарҙы ҡалала ашхана, кафела эшләгән таныштары ебәрә икән. Теләк тирәк йыҡтыра тигәндәй, ниәт итһәң, һәр эштең яйын табырға була шул! Әминевтарҙың һөйләгәнен тыңлағанда, донъяла изге күңелле кешеләрҙең күберәк булыуына бер түгел, мең ҡат инанылды.
Флүр Харис улы ваҡыты булыу менән шәм ҡойоу цехына ашыға...
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.
Автор фотоһы.