Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
16 Ғинуар , 02:05

Тыуған илде көслө заттар һаҡлай

2023 йылдың сентябрендә контракт буйынса махсус хәрби операцияға киткән «Шах» өсөнсө тапҡыр ҡыҫҡа ялда булып, яңынан хәрби хеҙмәт урынына юлланды.

Тыуған илде көслө заттар һаҡлайТыуған илде көслө заттар һаҡлай
Тыуған илде көслө заттар һаҡлай

2023 йылдың сентябрендә контракт буйынса махсус хәрби операцияға киткән «Шах» өсөнсө тапҡыр ҡыҫҡа ялда булып, яңынан хәрби хеҙмәт урынына юлланды.

Иртәгә юлға сығам тигән көндө ул ваҡыт табып редакцияға инеп, беҙҙең менән хушлашып сыҡты.

Унда ниҙәр булғанын һөйләмәне, зарланманы, биргән һорауҙарҙың күбеһенә ҡыҫҡа һәм ҡоро ғына итеп: «Нормально» тип яуап биреү менән сикләнде.

Дөрөҫөн әйткәндә, күңеленә үтеп инеп, «тегендә»ге йәшәйеште һораштырып ултырыу урынһыҙ ҙа. Иң мөһиме - үҙен күреп ҡалыу булды. Беҙ уның тураһында аҙмы-күпме хәбәрҙар ҙа инек инде.

 Шуға ла һөйләшеүҙе изге теләктәрҙе еткереп, һалдаттарҙың ниндәй әйберҙәргә мохтажлыҡ кисереүен белешеү менән тамамланыҡ.

- «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булғанымды һеҙ үҙемдән дә иртәрәк белгәнһегеҙ әле. Ул мин алғы һыҙыҡта ваҡытта бирелгән, - тип йылмайҙы «Шах».

«Полкта тиҫтәләгән Башҡортостан ир-егете хәрби бурысын лайыҡлы үтәп, Рәсәй хәрбиҙәренең данлы традицияларын дауам итә, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ, Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһөн күрһәтә. Уларҙың күбеһе ҡаһарманлығы өсөн дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнгән.

«Шах» ҡушаматлы яугир ҙә шул хәрби батырлыҡ миҫалы булып тора.

Көн һайын, хәрби бурысын намыҫлы үтәп, ул махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеүҙә хеҙмәттәштәренә өлгө. Яугир -  хәрби батырлыҡ, илһөйәрлек һәм Ватанға тоғролоҡ кәүҙәләнеше. Һеҙ атайығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ».

Яҡташыбыҙҙың ысын Рәсәй һалдаты булыуын дәлилләгән был һүҙҙәр уға бирелгән Рәхмәт хатында яҙылған. Хатты хәрби часть командиры ҡыҙы исеменә юллаған булған.

Алда яҙып китеүебеҙсә, быйыл йәй «Шах» «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды.

- 2023 йылдың көҙөнә яңынан әйләнеп ҡайтһам да, МХО-ға барыбер барыр инем, - тине лә, ашығып, шәп-шәп атлап сығып та китте һалдатыбыҙ. Уға юлға сығырға әҙерләнергә кәрәк ине. Тыуған яғыңдан йыраҡҡа илткән юлың һине иҫән-һау көйөнсә Мәләүезеңә кире алып ҡайтһын, райондаш!

Фото из архива.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөргә теләһәгеҙ, Мәләүез ҡалаһы, Ленин урамы, 148 адресы буйынса урынлашҡан хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас