Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
20 Ғинуар , 03:05

Әҙәм башын һүҙ бора шул...

Гәзиттә төрлө яҙмыштар тураһында баҫылған яҙмаларҙы укыған һайын, кеше һүҙенә ышанып тормошон боҙған, ғаилә бәхетенең тамырына балта сапҡан бер бабай иҫкә төштө.

Әҙәм башын һүҙ бора шул...Әҙәм башын һүҙ бора шул...
Әҙәм башын һүҙ бора шул...

Гәзиттә төрлө яҙмыштар тураһында баҫылған яҙмаларҙы укыған һайын, кеше һүҙенә ышанып тормошон боҙған, ғаилә бәхетенең тамырына балта сапҡан бер бабай иҫкә төштө. Мин белә - белгәндән үҙ көсө менән йәшәне ул. Кәрим ҡарт тураһында төрлө имеш-мимеш йөрөнө. Өйләнмәйсә ҡартайған, эскән икән, шуға ғаиләһе ташлаған тигән хәбәр ишеткәнем булды.

Йөҙ ҡат ишеткәнсе, бер ҡат куреп һөйләшеүгә етәме тип уйланым. Һуңғы ваҡытта урамда бик һирәк күренә башланы. Йәше лә оло шул.

Күп итеп йәймә бешерҙем дә, бабайға индереп сығырға уйлап ишеген ҡаҡтым. Ҡыштыр-ҡыштыр аяҡ тауышы ишетеүгә, ниңәлер күңелем тулды. Ябай ғына фатирҙа ҡулдан һуғылған балаҫ, совет заманынан ҡалған йорт йыһаздары, күптән ремонт күрмәгән диуарҙар, өҫтәлдә һарғайып бөткән гәзит-журналдар... Тимәк, буш ваҡытын уҡып, үткәндәрҙе хәтерләп ултыра, тигән уй килде. Күстәнәсемде ҡуйырға аш-һыу бүлмәһенә үттем. Ҙур булмаған алюмин кәстрүлдә аш ҡайнай.

Ул һурпаға шап итеп ике йомортҡа һалып болғатты ла, газды һүндереп килеп ултырҙы. Ҡыйын булып китте. Юҡлыҡта йәшәмәйбеҙ, ашарға ла күпләп әҙерләйбеҙ, артҡанын түгәбеҙ. Ни өсөн ҡарттар менән бүлешмәйбеҙ һуң?

 - Бабай! Йәймә бешергән инем. Һине лә һыйларға уйланым. Туңдырылған емештәр ҙә алып индем, оҡшатһаң... - тинем.

Күршемдең күҙҙәрендә йәш күренде.

- Ғүмер буйы яңғыҙмын. Үҙемдең артыҡ ғорурлығым арҡаһында тилмереп ғүмер итәм. Элек яҙлы-көҙлө колхоздарға ярҙамға ебәрәләр ине. Мин - тракторсы. Бер айға яҡын өйгә ҡайтмайса эшләнем. Өйҙә дүрт бала. Ҡатыным уңған, аш-һыуға оҫта ине. Уның ашын һағынып өйгә ҡайтып киләм, подъезд төбөндә өс күрше ултыра. Мине күреүгә ауыҙҙары йырылды. Береһе бөтә урам ишетелерлек итеп:

- Һин эшләп йөрөйһөң, ә бында ҡатының сит ирҙәр менән сыуала... - тине.

Фатирға индем. Балалар мәктәптә, ҡатын өйҙә юҡ. Кейемдәремде ҡалдырҙым да, сығып киттем. Башҡаса ҡайтманым. Ятаҡтан бүлмә алып, шунда күсендем. Һуңынан ошо бер бүлмәле фатирҙы бирҙеләр.

- Ә ҡатының, балаларың?

 - Уларға мине шул уҡ күршеләр башҡа ҡатын менән күрҙек тип әйткән. Беҙ бер-беребеҙҙе ғәфү итә алманыҡ. Алимент түләнем, балаларға барып йөрөмәнем. Башҡа бер генә ҡатын-ҡыҙға ла ҡараманым. Бөгөн улым, ҡыҙым килгеләп китә. Әсәләре лә иҫән. Уның менән осрашҡаным юҡ.

- Ҡасаба ҙур түгел. Нисек бер генә тапҡыр ҙа юлығыҙ киҫешмәне? - тип һорайым.

 - Юҡ. Бер тапҡыр ҙа осрашманыҡ. Кеше һүҙе тыңлап йөрөгән ир ирме инде, һеңлем. Минең башһыҙлығымда кеше ғәйепле түгел. -

Оло кеше, йәшен һөртә-һөртә йәймә ашаны. Бабайҙы ҡыҙғанып: «Ҡатынығыҙҙан һуң булһа ла, ғәфү үтенегеҙ»,- тип кәңәш бирҙем.

Күршем уның менән осрашырға вәғәҙә биреп тороп ҡалды...

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас