

1941 йылдың 8 сентябренән алып дауам тикән Ленинград блокадаһы 1944 йылдың 27 ғинуарында тулыһынса тамамлана.
Был көндә "Блокада икмәге" Бөтә Рәсәй хәтер акцияһы үткәрелә. Мәктәп, китапханаларҙа төрлө саралар уҙа. "Блокада икмәге" сараһында ҡатнашыусыларға Ленинградта йәшәүселәр кисергән ауырлыҡ-михнәттәр тураһында мәғлүмәт еткерелә. Акция символы – 125 грамм ауырлыҡтағы икмәк киҫәге. Был – блокада дауамында Ленинградта һәр кеше өсөн билдәләнгән көндәлек норма була.
Бөгөн ҡалала тарихи дата айҡанлы илһөйәрлек сараһы үтте.
Район йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Маршал Жуков исемендәге эҙәрмәндәр отряды ағзалары, йәш армиясылар һәм кадеттар ҡатнашлығында ойошторолған сарала ил тарихында булған ваҡиға тураһында хәтергә төшөрөп, һәләк булғандар бер минут тынлыҡта иҫкә алынды. Ҡаһарман йөрәкле кешеләр иҫтәлегенә «Дан» мәҙәни-ял паркындағы «Мәңгелек ут» һәйкәленә сәскә һалынды.
- Беҙ Рәсәй тарихындағы был ваҡиғаны оноторға тейеш түгел. Беҙҙең быға хаҡыбыҙ юҡ, - тине сарала сығыш яһаусылар.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы аяныслы ваҡиға һәм ул осорҙа ҡамауҙа ҡалған Ленинград халҡының ҡаһарманлығы тереләр хәтерендә йәшәр...
Автор фотолары.